Баҡалы районында ун йыл буйы фатир биреүҙе көткән етем, ниһайәт, прокуратура ярҙамында ниәтенә өлгәште.
Бала саҡта атай-әсәйһеҙ ҡалған Илшатты (исеме үҙгәртеп алынды), 2010 йылда махсус торлаҡ фондынан фатир менән тәьмин итеүгә сиратҡа ҡуялар. Закон буйынса бирелергә тейеш торлаҡты етем үҫмер ун йыл буйы көтә, тик хыял алыҫлашҡандан – алыҫлаша ғына. Түҙемлектең дә сиге бар. Егет аптыраған көндән ярҙам һорап прокуратураға мөрәжәғәт итә. Ведомство хеҙмәткәрҙәре үҙ сиратында район хакимиәтенән Илшатҡа фатир биреүҙе талап итә. Нисек кенә булмаһын, егет хәҙер торлаҡлы, тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәреренә бөтә ышаныс бар.