Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Ғинуар 2021, 11:30

Команда яҡшы эшләне

"Ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләребеҙ бар".

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекере менән уртаҡлашты:
– Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе алдағы йылдарға стратегик йүнәлеш. Бөтә йәмәғәтселек, республика был процестың нисек барғанын һәм республика етәксеһе нимәгә баҫым яһағанын ҙур иғтибар менән күҙәтә. Минеңсә, бөгөн тәү сиратта медицина йәмәғәтселегенә тупланырға кәрәк. Шулай уҡ ғәҙәти тормош ҡалыбына инеү өсөн коронавирус инфекцияһын профилактикалау, ауырыуҙарҙы дауалау, медицина оҙатыуын ойоштороу, ирекмәндәр хәрәкәтен камиллаштырыу һәм, әлбиттә, граждандарҙың үҙҙәренең аңлы булыуы мөһим.
Социаль, мәғариф өлкәләренә айырым туҡталырға теләр инем. Бөгөн мәғариф өлкәһенә федераль һәм региональ кимәлдә тарихта булмағанса иғтибар бүленә. Педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында бик ауыр дистанциялы уҡыу осорон үттек. Әле илебеҙҙәге мәктәптәрҙең 90 проценты ғәҙәти уҡыу режимында белем ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был осор бик күп етешһеҙлектәрҙе күрһәтте – инфраструктура, интернет тиҙлегенең етерлек кимәлдә булмауы, педагогтарҙың компетенцияһы. Шуға ла республика Башлығы был система камиллашһын өсөн ныҡлы иғтибар биререр һәм аныҡ бурыстар ҡуйыр, тип ышанам.
Беҙҙең команда яҡшы эшләне, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләребеҙ бар. Мәҫәлән, шул уҡ мәғариф өлкәһендә республика мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөүгә федераль субсидия алыу буйынса алдынғылар рәтендә. Башланғыс класс уҡыусыларын йылы аш менән тәьмин итеү йәһәтенән дә иң күп аҡса алған тәүге биш төбәк иҫәбендәбеҙ. Әле Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы менән федераль кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Аҙымлап, хоҡуҡи нигеҙҙә мөмкин тиклем федераль программаларҙы йәлеп итеү өсөн барлыҡ сараларҙы күрәсәкбеҙ.
Читайте нас