Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Ғинуар 2021, 16:00

Төбәктең үҫешен билдәләй

Бик көслө Мөрәжәғәтнамә булды, тигән фекерҙә Рөстәм Әхмәҙинуров.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Белеүебеҙсә, Мөрәжәғәтнамә – төбәктең киләсәктәге үҫешен билдәләйәсәк мөһим документ. Ошо сара айҡанлы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров үҙ фекерен белдерҙе.
– Бик көслө Мөрәжәғәтнамә булды. Коронавирус пандемияһы күҙәтелһә лә, шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостандың үҫеше дауам итә. Иҡтисадтың түбәнәйеүенә килгәндә, Рәсәй менән сағыштырғанда, күрһәткестәр яҡшыраҡ. Социаль өлкәлә сабыйҙар тыуыуы күрһәткесе артыҡ кәмемәгән. Өҫтәүенә, былтыр республикала 25 балалар баҡсаһы төҙөлдө, – тип белдерҙе Рөстәм Марат улы. – Әйткәндәй, беҙҙең алда мөһим сара тора: Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙар. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе булараҡ, иң мөһиме: ышанысты тағы нығытыу. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе иһә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас