Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика Башлығы Радий Хәбировтың йыл Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата түбәндәге фекере менән уртаҡлашты:
– Республика Башлығы еңел булмаған заманда төбәкте үҫтереүҙең төп ҡараштарын билдәләне. Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уны ҙур юғалтыуҙарһыҙ үтеп барабыҙ. Объектив сәбәптәргә бәйле, 2020 йылға Мөрәжәғәтнамә ҡуйған барлыҡ киләсәкле бурыстарҙы ла үтәп булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республика лайыҡлы торҙо, ә ҡайһы бер күрһәткестәрҙә үҫеш күҙәтелде. 2021 йыл Мөржәғәтнамәһе айырыуса кешелекле булды. Ул депутат корпусына ғына түгел, ә иң беренсе барлыҡ Башҡортостан халҡына йүнәлтелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм ирекмәндәрҙең, уҡытыусыларҙың һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр хеҙмәте билдәләнде.
Беҙҙең иҡтисад һәм социаль өлкә күрһәткән тотороҡлоҡтоң ҙур һаҡламы ныҡлы торорға һәм артабан хәрәкәт итергә ярҙам итте. Тормош ҡуйған саҡырыуҙарға яуап биреү адекват булды, был күп кире эҙемтәләрҙе туҡтатты.
Барлыҡ мөһим өлкәләренә ҡағылды: медицина, мәғариф, сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл комплексы, хеҙмәт баҙары. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығы алға ынтылышлы үҫеш тураһында ғына һөйләмәне, ә сифатлы яңы үҫеш, фәнгә таянған тармаҡтарҙы үҫтереүгә һәм инвестиция ҡеүәтен тормошҡа ашырыуға нигеҙләнгән яңы кимәлдәге иҡтисадтың формалашыуы тураһында. Халыҡтың йәшәү сифатын арттырыу, республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстар ҡуйылды. Әгәр һәр кем үҙ урынында уларға өлгәшеүгә көс һалһа, был ҙур пландар тормошҡа ашасаҡ. Депутаттар корпусы, үҙ яғынан, билдәләнгән үҙгәрештәрҙе ҡануниәт тарафынан тәьмин итеүҙе үҙенә ала. Әйтелгән бер фекер ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Һәр бурыс хоҡуҡи оҙатыу менән тәьмин ителәсәк.