28 ғинуарҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәнән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Иң беренсе һорау, әлбиттә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш менән бәйле ине. “Нормаль тормошҡа ҡасан ҡайтырбыҙ? Ҡасан битлектәрҙе сисербеҙ?” тигән һорауға республика Башлығы түбәндәгесә яуап бирҙе:
“Алдағы оҙайлы ғына йылдарҙа битлек мотлаҡ атрибут булып ҡаласаҡ. Коронавирус китер, әммә башҡа инфекцияларҙың килеп сығыуы ихтимал. Битлектәр беҙҙе киҙеүҙән дә һаҡлай. Барыһы ла үҙебеҙгә, кәрәкле кимәлдә вакцинация үтеүебеҙгә, бәйле. Беренсе ярты йылда уҡ кәрәкле доза вакцина килтереләсәк. Был осраҡта коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк. Һәм коронавирус грипп кеүек ауыр эҙемтәләре булмаған миҙгел сиренә әйләнәсәк. Беҙҙә күп кешеләр ауырыны. Сирҙе һиҙмәгән, әммә антиесемдәре булғандар ҙа бар. Өҫтәмә вакцинация үткәрәсәкбеҙ. 2021 йылдың икенсе яртыһында юғары әҙерлек режимынан сыға аласаҡбыҙ”.
Бөгөнгө сарала юғары етәкселәр, депутаттар араһында махсус ҡунаҡтар – механизаторҙар, табиптар, уҡытыусылар – бар ине.
“Барыһына ла рәхмәт әйтке килә. Әгәр бер механизаторҙы һәм төҙөүсене саҡырабыҙ икән, барлыҡ тармаҡ эшсәндәренә рәхмәт белдерәбеҙ. Саҡырылғандар, әлбиттә, ғәҙәти булмаған кешеләр, – тине Радий Фәрит улы. – Мөрәжәғәтнамә түрәләр өсөн түгел, ә депутаттарға, халыҡҡа йүнәлтелгән. Шуға залда күберәк халыҡтың булыуын теләр инем”.
Йәкшәмбеләге хәлдәрҙән һуң әүҙемселәрҙе ҡулға алыу осраҡтары менән бәйле һорау ҙа булды. Республика Башлығы уға түбәндәгесә яуап бирҙе: “Һәр ваҡыт закон сиктәрендә эшләргә кәрәк, тип әйтәм. Ҡулға алынған хоҡуҡ боҙоу составын да яҡшы аңлайым. Иң тәү сиратта был ҡарар суд тарафынан ҡабул ителгән. Был егеттәр, либераль хәрәкәт вәкилдәре башланғысын тартып алып, миңә кешеләрҙе Аҡ йортҡа ҡунаҡҡа алып килде. Әммә барыбер закон сиктәрендә эш итергә тип уйлайым. Әгәр законды боҙғанһың икән, ә минең аңлауымса, улар законды боҙған, яуаплылыҡ та тоторға кәрәк. Егеттәр үҙ үпкәһен әйтергә теләгән, әммә суд шундай ҡарар ҡабул иткән. Балаларҙың күп булыуы иһә борсолоу тыуҙыра. Уларға унда барыу кәрәкмәҫ ине. 2020 йыл ауыр булды. Кешеләр арыны. Һәр үпкәләү ауыр ҡабул ителә. Республикабыҙҙа “БашРТС” менән бәйле хәл дә ҡушыла. Сараға йылылыҡ өсөн түләү менән риза булмағандар ҙа килгәйне. Икенсенән, Ҡуштау темаһы ябылһа ла, Ҡуштау хәле буйынса сәйәси дивидендтар ала алмаған ҡайһы берәүҙәр иллюзия йөрөтә. Ошо кешеләр нимәлер әйткәндә лә аңламайым: тағы нимә кәрәк? Ҡуштау эшкәртелмәй. Статус бирегеҙ? Бирҙек бит. Һәр саҡ диалогҡа әҙермен”.
Бынан тыш, былтыр ноябрҙә эш башлаған Республика менән идара итеү үҙәге, икенсе Айырым иҡтисади биләмә кеүек инновация-технологик үҙәгенең ойошторолоуы менән бәйле һорауҙар ҙа булды. Республика Башлығы инновация-технологик үҙәнгә журналистарҙың исем уйлауын һораны. Ярты йыл эсендә ғариза пакеты әҙерләнеп, уның менән ошондай биләмәне барлыҡҡа килтереү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итәсәктәр. “Был – сәнәғәттәге ҡаҙаныштар, иҡтисад апгрейды өсөн ҙур фәнни технологиялар. Үҫешебеҙҙең киләсәге ул. Әгәр быны атҡарып сыҡһаҡ, Башҡортостан Хөкүмәтенә “бишле” ҡуйырға мөмкин буласаҡ”, - тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.