Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Ғинуар 2021, 16:30

Иң әүҙемдәре ҡулға алынды

Был турала фейк яңылыҡ таратмағыҙ! Яуаплылыҡ бар!

Бөгөн Өфөлә әүҙемселәр властар рөхсәт итмәгән митингтар үткәрергә тырышты. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, унда хоҡуҡ һаҡсылары баһаһы буйынса яҡынса 500 самаһы кеше килгән.
Митингта ҡатнашыусылар ҡала буйлап төрлө йүнәлештәр буйынса хәрәкәт иткән. Акцияны ойоштороусылар һәм рөхсәт ителмәгән митингта әүҙем ҡатнашыусыларҙы полиция ҡулға алған.
Улар йөрөгән ерҙә йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн бер нисә тиҫтә полиция хеҙмәткәре булды, шулай уҡ колонналарҙы көс структуралары машиналары оҙатты. Бер нисә минутҡа бер тапҡыр мегафон аша акцияның килешелмәгән булыуы тураһында иғлан ителде һәм таралырға ҡушылды. Телеграм-каналдарҙа хәбәр итеүҙәренсә, әле кешеләр таралышҡан.
“Роскомнадзор”ҙың Телеграм-каналында белдереүҙәренсә, санкцияланмаған митингтар тураһында фейк таратыу блокировкалана, ә уны таратыусылар яуаплылыҡҡа тарттырыла. Социаль селтәрҙәр администрациялары законһыҙ митингтарҙа ҡатнашыусылар һанын арттырып күрһәткән, имеш бәрелештәр һәм көс ҡулланыу булған, акцияла ҡатнашҡандар һәләк булған тигән кеүек хәбәрҙәргә доступты яба.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Эске эштәр министрлығы ил халҡын 31 ғинуарҙағы рөхсәт ителмәгән митингтарҙа ҡатнашмаҫҡа саҡырғайны.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас