Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Февраль 2021, 17:05

Динар Ғилметдинов бүләкләне

Ведомство етәксеһе белдереүенсә, журналистар менән осрашыу иҫәп буйынса 15-се тапҡыр ойошторола.

Бөгөн Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов ведомствоның былтырғы йылдағы эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһын уҙғарҙы. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, журналистар менән осрашыу иҫәп буйынса 15-се тапҡыр ойошторола.
Сарала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау, балаларҙың юл-транспорт йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәренең абруйын арттырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары аша тәртипле юл хәрәкәте ҡатнашыусыларын тәрбиәләү эшендә өлөш индергән республика баҫмаларын, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен дә билдәләп үттеләр.
Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите лә бар ине. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ошо йүнәлештә индергән тос өлөшө Маҡтау грамотаһы һәм рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Эшебеҙҙе лайыҡлы баһалап, ошондай иғтибарҙары өсөн ЮХХДИ идаралығына рәхмәт белдерәбеҙ. Әммә шуны ла әйтергә кәрәк, илебеҙҙең меңәрләгән граждандарының ғүмерен, һаулығын һаҡлауға тос өлөш индереү һәр журналистың көндәлек бурысы ул һәм беҙ был хаҡта онотмайбыҙ, ошо йүнәлештә эшләйбеҙ.
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас