Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Февраль 2021, 09:08

Беҙ тырыштар! Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Республикабыҙ халҡына рәхмәт


Ҡәҙерле ватандаштар!

Хөрмәтле депутаттар! Ошонда, Колонна залына йәки Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортоноң ҙур залына йыйылғандар!
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы һеҙгә йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәне тәҡдим итәм. Бөгөн мин республикабыҙҙың ябай булмаған 2020 йылда нисек йәшәүенә йомғаҡ яһайым. Яңы йылда артабан нисек итеп алға барыуыбыҙ, иҡтисадты нығытыуыбыҙ, социаль бурыстарҙы тормошҡа ашырыуыбыҙ, республикабыҙ өсөн яңы “үҫеш нөктәләре” табыуыбыҙ хаҡында фекерҙәрем менән уртаҡлашам.
Бөгөн коронавирус тураһында ғына түгел, башҡа мәсьәләләр хаҡында ла һүҙ алып барыуымды дөрөҫ аңларһығыҙ. Әлбиттә, бик күп ғүмерҙәрҙе өҙгән, донъя иҡтисадын һәм глобаль тотороҡлолоҡто, планета халҡының именлеген ныҡлы ҡаҡшатҡан ҙур пандемия менән тәүге тапҡыр осраштыҡ. Әммә кешелек һәр төрлө хәүефле вирустарҙан да көслөрәк. Республикабыҙ ҙа иң ауыр һынауҙарҙы күп тапҡыр намыҫ менән еңеп сыҡты.
Беҙ ил Президенты Владимир Владимирович Путинға республикабыҙ халҡына, иҡтисадыбыҙға һәм социаль өлкәгә федераль бюджеттан ваҡытында һөҙөмтәле ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәтлебеҙ. Дәүләт башлығы тапшырған вәкәләттәргә ярашлы, беҙ тәүге көндәрҙән үк кешеләрҙе һаҡлау, ауыр эҙемтәләргә юл ҡуймау өсөн барыһын да эшләнек.
Мин шулай уҡ мәжбүри сикләүҙәрҙе ҙур сабырлыҡ менән ҡабул иткән өсөн республика халҡына ихлас рәхмәт әйтәм. Ошондай яуаплылыҡ һөҙөмтәһендә беҙ хәлде үҙгәрттек һәм бөгөндән ковидҡа ҡаршы сикләү сараларын этаплап ғәмәлдән сығара башлайбыҙ.
Бына инде бер йыл буйы беҙгә кешесә йәшәргә ҡамасаулаған йоғошло сирҙе яҡын арала өҫтөбөҙҙән алып ташлаясаҡбыҙ. Тик бының өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү фарыз. Улар бөтәгеҙгә лә яҡшы билдәле. Әммә был ғына ла етмәй.
Хәҙер иң мөһиме – мотлаҡ прививка яһатыу. Уны мин дә һынап ҡараным, үҙемде яҡшы тоям. Әле республикаға вакцинаның ҙур партияһы тапшырыла.
Күптәребеҙҙә ни тиклем тиҙерәк шәхси иммунитет барлыҡҡа килһә, республика шул тиклем тиҙерәк коллектив иммунитетҡа эйә буласаҡ. Шул саҡта беҙ ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Иҡтисадтағы юғалтыуҙарҙы кире ҡайтарып, әүәлге һөҙөмтәләрҙе арттырасаҡбыҙ. Пандемия ғәмәлдәге тәртипте боҙған өлкәләрҙә социаль ғәҙеллекте тергеҙәсәкбеҙ.
Ошо йәһәттән миңә булышлыҡ итеүегеҙҙе, был бурысҡа мөмкин тиклем яуаплы ҡарауығыҙҙы үтенәм. Беҙҙә һәләкәтле эҙемтәләр булманы, сөнки күп йәһәттән беҙ берҙәм һәм тәртипле халыҡ. Яуаплылыҡты дауам итһәк, ҡурҡыныс төштө онотҡандай, тиҙҙән пандемияны ла онота алырбыҙ.
Иң мөһиме, ошондай ауыр йылда ла ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Әлбиттә, юғалтыуҙар ҙа булды. Һәм иҡтисадта ғына ла түгел. Күптәр бик ҡаты ауырыны. Туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандар бар. Башҡаларҙы ҡотҡарып ғүмерен ҡорбан иткән табиптар һәм шәфҡәт туташтары беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр.
Хөрмәтле дуҫтар, бер минутҡа тын ҡалып, арабыҙҙан киткәндәрҙең барыһын да иҫкә алыуҙы һорайым.


Һеҙҙең менән ғорурланам


Хөрмәтле дуҫтар!

2020 йыл барыбыҙға ла мөмкинлектәребеҙҙе асыҡ сағылдырҙы. Беҙ заманыбыҙҙың ысын геройҙарын, һоҡланғыс профессионализм һәм үҙ-ара ярҙам өлгөләрен күрҙек. Иҡтисадыбыҙ, социаль өлкә, ә иң мөһиме, кешеләр ғәйәт ҙур ныҡлыҡ күрһәтте. Быларҙың барыһы ла тәрән ихтирамға лайыҡ.
Мин республикам, яҡташтарым менән ғорурланам. Һәм бының хаҡ фекер булыуы менән килешерһегеҙ, моғайын!
Тәү сиратта, әлбиттә, ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәренең юғары компетенцияһын, сыҙамлығын һәм ҡаһарманлығын күрһәткән табиптарыбыҙ, шәфҡәт туташтары, ябай булмаған һынауҙарҙы үтеп, һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған тотош һаулыҡ һаҡлау системаһы менән ғорурланам.
Был медицина учреждениелары коллективтарын мобилизациялауға, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте, ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге эшенә, табиптарҙы ҡайтанан уҡытыуға һәм башҡаларға ҡағыла. Бөгөн мин Рәсәйҙең дүрт төбәгендәге, шулай уҡ Абхазия менән Ҡырғыҙстандағы коллегаларына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам иткән табиптарыбыҙға тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерәм.
Ошондай табиптар араһында республиканың атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы Алексей Михайлович Пушкарев та бар. Апрелдә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ҡатмарлы хәл тыуғас, ул, бүлек мөдире булараҡ, коронавирус менән сирләгән пациенттарға тәүлек әйләнәһенә медицина ярҙамы күрһәтә. Хеҙмәт вахтаһын фиҙакәр үткәрә. Ковид менән ауырып, һауығыу менән шунда уҡ эшенә әйләнеп ҡайта. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм һаулыҡ өсөн рәхмәт Һеҙгә, Алексей Михайлович.
Мин мохтажлыҡ кисергәндәргә ярҙам иткән, уларҙы аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм дарыуҙар менән тәьмин иткән, яңғыҙ йәшәгән өлкәндәр һәм инвалидтар хаҡында хәстәрлек күргән, табиптарҙы бушлай эшкә алып барған һәм өйҙәренә ҡайтарып ҡуйған ирекмәндәребеҙ, хеҙмәт коллективтары, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары менән ғорурланам.
Йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән типә-тиң хеҙмәт иткән, мәктәптәрҙә ковидҡа ҡаршы инспекторҙар булып эшләгән Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары менән ғорурланам. Әйткәндәй, беҙ махсус награда – күкрәккә тағыла торған “Башҡортостан ирекмәне” билдәһен булдырҙыҡ.
Хәүеф зонаһындағы кешеләргә шылтыратыу буйынса колл-үҙәк етәксеһе, студент, ирекмән Кристина Спиридонованың баҫып күренеүен һорайым. Ул ирекмәндәр эшен координациялап, кешеләргә әүҙем ярҙам күрһәтте. Рәсәй Президентының грамотаһы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Кристина – фристайл буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Кореяла уҙғарылған Олимпия уйындарында ҡатнашҡан, Красноярскиҙа үткәрелгән Бөтә донъя Универсиадаһы призеры. Әүҙемлегегеҙ һәм битараф ҡалмағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Кристина.
Әлбиттә, мин табиптарыбыҙ кеүек үк ауыр хәлдә ҡалған мөғәллимдәребеҙ, колледждар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән ғорурланам. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уҡыу йорттары арауыҡта уҡыуға күсергә мәжбүр булды. Һәм, проблемалар бик күп булыуға ҡарамаҫтан, республика педагогтары был ябай булмаған бурысты үтәне.
Улар араһында – Эмма Эдуард ҡыҙы Сәфиуллина. Өфөләге 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы, ул онлайн тәртибендә уҡытыуҙы бик юғары кимәлдә ойоштороп, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең рәхмәтенә лайыҡ булды. Әйткәндәй, Эмма Эдуард ҡыҙы – “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Һөнәрегеҙгә һәм уҡыусыларығыҙға һөйөү өсөн рәхмәт һеҙгә, Эмма Эдуард ҡыҙы.
Мин йәнә төҙөүселәребеҙ менән ғорурланам. Улар Рәсәйҙә беренсе булып бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта заманса йоғошло ауырыуҙар үҙәктәрен төҙөнө. Госпиталдәр мөмкин тиклем иртәрәк кеше ғүмерен ҡотҡарыуға тотонһон өсөн һанаулы аҙна эсендә 30 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды сафҡа индерҙе. Бөгөн был тәжрибәне иң яҡшыһы тип танынылар, ә беҙҙең “ҡурай сәскә”ләре башҡа төбәктәрҙә лә сәскә ата башланы.
Әүәлгесә үҙебеҙҙекеләрҙе ауыр хәлдә ҡалдырмауыбыҙ менән ғорурланам. Был юлы ла ташламаныҡ. Башҡортостандан һәм Рәсәйҙән ситтә тороп ҡалған туристарыбыҙҙың барыһын да өйгә ҡайтырҙыҡ. Шулай уҡ сирҙең ныҡлы таралыуынан һаҡлау өсөн вахтасыларҙы тыуған яғына ҡайтарырға ҡарар иттек. Махсус рейстар ойошторҙоҡ, уларҙы обсерваторҙарға урынлаштырҙыҡ. Дөйөм алғанда, обсерваторҙар аша төньяҡта эшләгән 25 меңгә яҡын яҡташыбыҙ үтте.
Йәнә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт. Беҙ һеҙҙең менән театрһыҙ, концерттарһыҙ, киноһыҙ, әҙәбиәтһеҙ йәшәй алмайбыҙ. Артистарыбыҙ, рәссамдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, музей хеҙмәт­кәрҙәре тиҫтәләрсә онлайн-ресурс, интернет-акция, оҫталыҡ дәресе, виртуаль экскурсия һәм концерт программаларын ойошторҙо.
Бөтә мәктәптәргә лә – интернет


Хөрмәтле дуҫтар!

Барыбыҙ ҙа дөйөм эшебеҙҙең һөҙөмтәләре менән ғорурлана алабыҙ.
Иғтибар итегеҙ – ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ иҡтисадтың емерелеүенә юл ҡуйманыҡ. Эште үҙгәртеп ҡорҙоҡ һәм йылды йөҙ процентлыҡ тиерлек сәнәғәт етештереүе индексы менән тамамланыҡ. Көрсөккә ҡаршы заманса саралар һөҙөмтәһендә, эшкәртеү тармаҡтары һәм өр-яңы продукция сығарыу ярҙамында хәлде тотороҡландырыуға өлгәштек. Милли инвестиция рейтингында Башҡортостан бер йыл эсендә илдә 16-сы урындан туғыҙынсыға күтәрелеп, иң яҡшы төбәктәр иҫәбенә инде.
Хатта ошондай ябай булмаған йылда ла предприятиеларыбыҙ инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуҙы туҡтатманы. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә авиация продукцияһы етештереү ҡеүәттәрен яңыртыу дауам итте. “Башнефть”тең нефть эшкәртеү комплексында гидрокрекинг һәм ароматлы углеводородтар етештереү ҡулайламалары реконструкциялана. “Газпром нефтехим Салауат” компанияһында водород ҡулайламаһы эшкә ҡушылды, тиҙҙән каталитик комплексын да сафҡа индерәләр. Салауат катализаторҙар заводы онтаҡ силикагель етештерә башланы. Был – былтыр башҡарылған эштәрҙең бер бәләкәй өлөшө генә. Тау тоҡомдары сәнәғәте лә инвестиция әйләнешен түбәнәйтмәй. Машиналар эшләү тармағында былтыр продукция сығарыу күләме өстән бер өлөшкә артҡан.
Йылдам үҫеш биләмәләрен тәшкил иткән биш моноҡалабыҙҙың 74 резиденты дүрт миллиард һум йүнәлткән дә инде. Төп һөҙөмтә – өс мең яңы эш урыны.
Беҙ “Газпром”, “Роснефть”, “Ростех” менән үҙ-ара бәйләнеште яңыса ҡорҙоҡ. Улар менән берлектәге эш төркөмдәрен төҙөнөк. Урман һәм еңел сәнәғәткә ярҙамды көсәйттек. Ҡайһы бер предприятиеларыбыҙҙағы етешһеҙлектәрҙе күп йәһәттән яйға һалдыҡ. Мәҫәлән, “Ростех” компанияһы ярҙамында Күмертау авиация предприятиеһында заказдар артты. Бәләбәйҙәге “Автонормаль” заводында етештереү әүҙемләште.
Стәрлетамаҡтағы “Станоктар эшләү” ғилми-етештереү берекмәһендә тәьминәт бер нисә тапҡырға арттырылды. Бер йылда “Урал урманы” предприятиеһы оҙаҡ ваҡыт бөлгөнлөк хәлендә булған Өфө фанера һәм фанера-плитә комбинаттарына бер миллиард һумдан ашыу инвестиция йүнәлтте. Һөҙөмтәлә кешеләр эшен юғалтманы, предприятиеларҙың табыш күләме былтыр ике миллиард һумдан артып китте.
Өс йылдан ашыу эшһеҙ торған Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексы яңы инвестор ярҙамы менән тулы ҡеүәтенә эшләй башланы.

Шулай уҡ 50 меңдән ашыу эшҡыуарға ярҙам иттек. Өҫтәмә һалым льготаларын, бизнесҡа мөлкәт һәм финанс йәһәтенән булышлыҡ итеү алымдарын ғәмәлгә индерҙек. Һөҙөмтәлелеген иҫбат иткән иң кәрәкле сараларҙы оҙайтасаҡбыҙ.
Үҫеш Хөкүмәте булараҡ, беҙ алдынғы йүнәлештәргә баҫым яһаныҡ һәм федераль кимәлдә етди уңыштарға өлгәштек.

Ил Хөкүмәте өс индустриаль үҙәк – Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат нигеҙендә сәнәғәт тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһын төҙөү тураһындағы башланғысыбыҙҙы хупланы. Беҙҙең биш йылдам үҫеш биләмәһенә уникаль ҡеүәтле майҙансыҡ өҫтәлде. Унда һәр инвестор тиҙ арала юғары килемле бизнес ойоштора ала. Әйткәндәй, әле унда эш ҡайнай, резиденттар “Алға” майҙансыҡтарын үҙләштерә башлай. Быйыл – 800, киләһе йылда йәнә ике меңгә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Шуға күрә беҙҙең махсус иҡтисади зонаға инвесторҙарҙың, шул иҫәптән сит илдекеләрҙең, ҙур ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, республика Хөкүмәтенә уның биләмәһен киңәйтеү мөмкинлеген ҡарау бурысын ҡуям.
Индустриаль йәһәттән ҡеүәтле Башҡортостан өсөн киләһе аҙым – яңы кимәлдәге сәнәғәт иҡтисадын төҙөү. Бының өсөн техник-ғәмәлгә индереү рәүешендәге икенсе махсус иҡтисади зона ойоштороу мәсьәләһен тикшерәбеҙ. Беҙгә асылда республикала фән ҡаҙаныштарын ныҡлап талап иткән тармаҡтарға, юғары технологиялы продукция сығарыуға булышлыҡ итеү өсөн һөҙөмтәле алымдар кәрәк.
Былтыр беҙ һанлы инфраструктураны үҫтереүҙе дауам иттек, меңдәрсә ауылды интернет менән тәьмин иттек. “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, мәктәптәрҙе юғары тиҙлекле интернетҡа әүҙем тоташтырабыҙ. Мартта арауыҡта уҡыуға күскәс, мәктәптәрҙәге күп кенә балаларҙың, айырыуса төпкөл ауылдарҙағыларҙың, онлайн-платформаларҙан һәм майҙансыҡтарҙан файҙалана алмауы хәтерегеҙҙәлер. Һөҙөмтәлә уларға ошондай тәртиптә уҡыуҙы тейешенсә ойоштора алмағайныҡ. Был мәсьәләне әле хәл итәбеҙ. “Ростелеком” менән ярайһы уҡ һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр үткәргән Хөкүмәтебеҙгә рәхмәтлемен. Әле беҙ төпкөл ауылдарҙы интернетҡа күпләп тоташтырыу программаһын ҡабул иттек. Йыл аҙағына бөтә мәктәптәр һәм 500 ФАП юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк.


“Стартаптар фабрикаһы”


Декабрь башында федераль конкурста еңеү яулап, мөһим уңышҡа өлгәштек. Хәҙер Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ойошторолдо. Беҙ йыл ярым ныҡлы эшләнек һәм, минеңсә, республикабыҙ өсөн ғәйәт ҙур еңеүгә өлгәштек.

Башҡортостандағы фән ҡалаһы “белем иҡтисадын” үҫтереү үҙәгенә, ысын “стартаптар фабрикаһы”на әүереләсәк.
Быйыл “Сколтех” университеты менән республика магистранттары һәм аспиранттары өсөн берлектәге программаны тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Шулай уҡ төбәк “мегагранттар”ын ғәмәлгә индереп, предуниверсарийҙар селтәрен киңәйтәсәкбеҙ. 2024 йылға заманса студент кампусын төҙөйбөҙ, сит ил студенттары һанын 10 меңгә тиклем арттырабыҙ. Беҙҙең ғилми-белем биреү үҙәге республикаға таланттарҙы йәлеп итәсәк, Рәсәй һәм донъя компаниялары менән партнерлыҡты нығытасаҡ.
Зәки Вәлиди урамындағы оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торған комплекста йәй IQ-парктың – “Сколково”ның төбәк операторы статусына эйә булған юғары технологиялар технопаркының беренсе сиратын сафҡа индерәбеҙ. Ул инновациялы бизнес өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡты тәшкил итәсәк. Парк резиденттары “Сколково” ресурстарынан, махсус өҫтөнлөктәрҙән һәм заманса хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген аласаҡ.
Ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереүҙә ҡатнашҡан йәш ғалимдарыбыҙ араһынан “Авиация өсөн яңы быуын электр машиналары” проекты лидерҙары – йәш техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының төп ғилми хеҙмәткәре Вячеслав Евгеньевич Вавиловты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Инжиниринг үҙәге етәксеһе Дмитрий Сергеевич Матвеевты билдәләп үтергә теләйем. Ул етәкселек иткән инжиниринг үҙәге проекты беҙҙең ғилми-белем биреү үҙәге программаһына инде һәм 300 миллион һум күләмендә федераль грант алды. Илдә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында ғалимдарыбыҙ республиканың фәнни ҡеүәтен нығытыу өсөн тикшеренеү һәләттәрен тағы ла сағыуыраҡ күрһәтер, тип ышанам. Әйҙәгеҙ, уларҙы сәләмләйек.
Махсус иҡтисади зона һәм ғилми-белем биреү үҙәге проекттарын үҫтергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтергә теләйем. Был – беҙҙең былтырғы иң ҙур еңеүҙәребеҙ. Хөрмәтле коллегалар, беҙ асылда Башҡортостандың яңыса үҫешенә нигеҙ һалдыҡ.


Бурыс – биш миллион тонна


Иҡтисад темаһын дауам итеп, шуны әйтмәксемен: беҙҙе иң ҡыуандырған тармаҡ – ауыл хужалығы.

Беҙ Рәсәйҙең игенгә бай төбәктәренең береһе булыуыбыҙ статусын нығыттыҡ. Агро­продук­циябыҙ күләме 177 миллиард һум тәшкил итте. Агросәнәғәт комплексы экспорты 1,5 тапҡырға артып, 165 миллион долларға тиклем үҫте.
Мин Федоровка районының Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Риф Фәрәхетдин улы Ҡантимеровты баҫып күренеүен үтенәм. Уның эш стажы – 35 йыл. Риф Фәрәхетдин улы үҙенең комбайнында 2020 йылда ике мең тоннанан ашыу иген һуғып алған. Бындай күрһәткестәр өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Аграр фронттың ошондай батырҙары тырышлығы менән республикабыҙ бураларына быйыл дүрт миллион тонна иген һалынды. Һуңғы тиҫтә йылда бындай уңыш икенсегә генә күҙәтелде. Минеңсә, беҙ тағы ла мулыраҡ уңышҡа өлгәшә алабыҙ.
Әйткәндәй, юғары уңыш ниндәйҙер “зәңгәр хыял” түгел, ә йыл һайын була торған күрһәткестәргә әүерелергә тейеш. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы алдына 2024 йылға иген культуралары уңышын биш миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуям.
Былтыр аграрийҙарыбыҙ беренсе тапҡыр 10 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алды. Бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Һатып алынған техника һаны буйынса беҙ – Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы өс төбәге иҫәбендәбеҙ.
Беҙҙә ауыл иҡтисадын ысынлап та йәнләндерергә һәләтле инициативалы шәхси эшҡыуарҙар хәрәкәтенең нығыуы ҡыуаныслы. Беҙ фермерҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ауыл хужалығы экспортын үҫтереү буйынса эште дауам итәбеҙ, унда фермер хужалыҡтарының әһәмиәтен арттырасаҡбыҙ.
Пандемия осоронда беҙҙә бер генә тауарға ла ҡытлыҡ булманы. Шулай ҙа етештереүселәрҙең, эшкәртеүселәрҙең һәм сауҙа ойошмаларының “баҫыуҙан алып кәштәгә тиклемге” үҙ-ара бәйләнешен яйға һалырға кәрәк. Беҙ был эште эшкәртеү күләме буйынса Волга буйы федераль округында ни бары алтынсы булып башлағайныҡ. Мин 2024 йылға Башҡортостанды икенсе урынға сығарыу бурысын ҡуйҙым. Уны үтәйәсәкбеҙ, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытасаҡбыҙ.
Урал аръяғы сәскә атасаҡ


Былтыр Урал аръяғын үҫтереү программаһының икенсе этабы тамамланды. Уға ярашлы ошо райондар өсөн иҡтисадта һәм социаль өлкәлә бик күп эш башҡарылды. Тиҫтәләгән инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Әйткәндәй, мартта “Цемикс” компанияһының ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм аҡ цемент етештереү заводы асыла. Урал аръяғы Рәсәй күләмендә ошондай әһәмиәтле, сәнәғәт үҫеше өсөн ҡеүәтле этәргес рәүешендәге производствоға эйә буласаҡ.
Әле беҙ Урал аръяғын үҫтереүҙең өр-яңы стратегияһын төҙөйбөҙ. Ул шул иҫәптән транспорт һәм энергетика системаһын нығытыу мәсьәләләрен дә үҙ эсенә ала. “Сибай – Сара” тимер юлын һалыуҙы планлаштырабыҙ. Был турала һөйләшеүҙәр күп булды, ләкин беҙ һөҙөмтәгә өлгәшергә булдыҡ. Ул Ҡаҙағстан сигенә тиклем йөк ташыуҙы байтаҡҡа кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Сибайҙа 500 киловольтлыҡ ярҙамсы электр станцияһын сафҡа индерәбеҙ. Тағы ла 25-тән ашыу социаль объектты – мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы, ФАП-тарҙы, Аҡъяр ауылында бассейнды, Баймаҡта боҙ аренаһын (уны яҙ төҙөй башлайбыҙ) һәм башҡаларҙы сафҡа индерәбеҙ.
Урал аръяғы халҡына мөрәжәғәт итеп, ихлас әйтәм, дуҫтар. Беҙ һәр саҡ һеҙгә ярҙам итербеҙ. Урал аръяғы райондары сәскә атасаҡ!
Хөрмәтле дуҫтар!
Республика ҡала һәм ауылдарында тормош сифатын яҡшыртыу буйынса эшебеҙ тураһында әйтмәксемен.

Былтыр 100 меңдән ашыу ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртты. Был – төҙөлөш комплексы эшенең иң төп һәм иң ҡыуаныслы һөҙөмтәләренең береһе. Ошо яңы йорттарҙа балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын.
2024 йылға барыбыҙ өсөн дә киҫкен булған алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ. Былтыр был йәһәттән көсөргәнешле эшләнек. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль бюджетта алты миллиард һум күләмендә аҡса һалынды.
Торлаҡты сафҡа индереүҙе артабан да арттырасаҡбыҙ. Был өлкәлә Рәсәй Хөкүмәте беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙ ил Президенты Владимир Владимирович Путинға торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса башланғыстары өсөн рәхмәтлебеҙ. 2024 йылға тиклем торлаҡ төҙөлөшө инфраструктураһын үҫтереүгә федераль бюджеттан 8,5 миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡбыҙ.
Республикабыҙҙағы торлаҡ ипотекаһы программаһы илдә кредиттар һаны буйынса ла, бирелгән аҡса күләме буйынса ла иң уңышлыһы булды. Шуны әйтә алам: әле байтаҡ төбәктәр күп ғаиләләргә йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген биргән Башҡортостандың торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын өйрәнә.


1 сентябргә тамамлайбыҙ


Бөгөн беҙҙең арала – “Вертикаль” предприятиеһының башнялы кран машинисы Галина Сергеевна Супрун. Тармаҡта 40 йыллыҡ эш стажы булған Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, йәштәрҙең остазы Галина Сергеевна Өфөнөң Инорс, Затон, Сипайлово, “Көньяҡ”, “Колгуев”, “Миловка”, “Кузнецов затоны” биҫтәләрен төҙөгән. Һөнәренә тоғролоҡ өсөн уға рәхмәт әйтәйек.
Һеҙҙең кеүек һәр саҡ, бар йәһәттән дә юғарыла булған ошондай оҫталарҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә республикабыҙ төҙөлгән торлаҡ күләме буйынса – илдә иң яҡшылар иҫәбендә.
Беҙ юлдарыбыҙ һәм транспорт иң юғары стандарттарға яуап бирһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Автобустар паркын күләмле яңыртабыҙ – ике йылда үҙебеҙҙең “Башавтотранс” өсөн 723 яңы машина һатып алдыҡ. Быйыл юлдарҙа иҫке автобустар һанын мөмкин тиклем кәметәсәкбеҙ.

Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Баш ҡалабыҙҙағы тимер юл вокзалы ла шундай уҡ буласаҡ. Электр транспортына ҡағылышлы пландарыбыҙ ҙур. Әүәлерәк ихтыяж булған трамвай һәм троллейбус маршруттарын тергеҙәбеҙ, яңыларын асабыҙ. Өфөлә туристик һәм транспорт канатлы юлдары селтәрен төҙөү проекты бар. Тиҙҙән быларҙың барыһын да күрерһегеҙ.
Йәй бөтә Өфө бер ҙур төҙөлөшкә әүерелде. “Көнсығыш юлы” проекты оҙаҡ ваҡыт тормошҡа ашырылмай туҡтап торҙо. Беҙ байтаҡ тырышлыҡ һалып, уны йәнләндереүгә өлгәштек. Хәҙер ул Башҡортостандың яңы тарихында иң ҙур төҙөлөш. Уның буйынса федераль финанслау ҙа (был бик мөһим), ышаныслы сит ил инвесторы ла бар.
Ағиҙел күпере – Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә өҫтәмә күпер төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Бик кәрәкле “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлын һалабыҙ. Затон һәм Шаҡша күперҙәрен реконструкциялау, Интернациональ урам башында күпер, Нуғай юл үткәргесен, Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юл төҙөү мәсьәләһен хәл итәбеҙ.
Бөгөн, ошо трибунанан, Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге мөһим юл айырсаһын реконструкциялауға бәйле уңайһыҙлыҡтар өсөн республика халҡы алдында ғәфү үтенәм. Был аҙымдың, һис шикһеҙ, көсөргәнеш тыуҙырасағын аңланыҡ. Әммә башҡа сара булманы. Был эште Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙәр араһында яңы күпер төҙөү менән бергә мотлаҡ башҡарырға кәрәк ине. Уның ҡарауы, бөтә ғәмәлдәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлаһаҡ, баш ҡалаға ингән ерҙә хәл байтаҡҡа яҡшырасаҡ. Республика Хөкүмәте алдына юл айырсаһын реконструкциялауҙы быйыл 1 сентябргә тамамлау бурысын ҡуям.
Шулай уҡ йылылыҡ өсөн уны файҙаланыу күләменә ҡарап түләүгә күскәндә тыуған хәл тураһында әйтмәксемен. Фатирҙарҙы саманан артыҡ йылытыуға, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар яһаған иҫәп-хисаптарҙағы хаталарға бәйле халыҡтан байтаҡ һәм нигеҙле ялыуҙар булды. Күп кенә факттар раҫланды. Хаталарҙы төҙәтеп, кешеләргә аҡсаһын кире ҡайтарасаҡбыҙ Шул уҡ ваҡытта бындай хәлдәр башҡаса ҡабатланмаҫҡа тейеш. Хөкүмәткә тейешле күрһәтмә бирҙем дә инде.
Беҙ ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ, яҡшы юлдар һалабыҙ, бизнесты эш урындары булдырыуға дәртләндерәбеҙ. Тырышлығыбыҙ Башҡортостандағы һәр ғаиләгә һәм һәр кешегә йүнәлтелә. Халыҡ быны күрә, яҙмышын туған республикаһы менән бәйләй. Былтыр беҙҙә миграция ағымы 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға кәмегән.
Мәшғүллек һәм эшһеҙлек күрһәткестәре иҡтисадыбыҙҙың тотороҡлолоғона туранан-тура йоғонто яһай. Бөгөнгө күрһәткестәр беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, әлбиттә. Эшһеҙлек кимәле уҙған йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда ике процентҡа артып, алты процентҡа тиклем еткән. Бындай үҫештең объектив сәбәптәре лә бар, әлбиттә. Ләкин беҙ йыл аҙағына тиклем, һис һүҙһеҙ, республиканың хеҙмәт баҙарын аяҡҡа баҫтырырға тейешбеҙ. Тейешле саралар әҙерләнде, Хөкүмәткә күрһәтмәләр бирелде.
Читайте нас