Юбилей федераль статус алды
Хәтер һәм дан йылында Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе иҫтәлекле ваҡиға булды. Ил Президенты Владимир Владимирович Путин беҙҙе хупланы һәм 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Йәғни юбилей федераль статус алды.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырыла, төп саралар планын төҙөйбөҙ.
Беҙ Өфөнө етди үҙгәртергә ниәтләйбеҙ. Урамдарҙы һәм майҙандарҙы, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур пландар бар. Ҡаланың бер генә районы ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Яңыртылған яр буйы баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урынына әүерелһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Рус драма театрын, Ҡурсаҡ театрын һәм Өфө циркын реконструкциялайбыҙ. Юбилейға әҙерлек планында – спорт көрәше, волейбол, спорт гимнастикаһы, техник спорт төрҙәре үҙәктәрен, ишеү слаломы өсөн комплекс һәм универсаль футбол стадионы төҙөү.
Беҙ ҡалабыҙҙы биҙәй, уны тағы ла йәмлерәк итә беләбеҙ. Быны күп тапҡыр иҫбатланыҡ. Беҙ “Бейеүсе торналар” фонтаны эргәһендәге майҙансыҡты, “Тулҡын” скверын, “Имәнкәйҙәр” һәм “Беренсе Май” паркын үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Башҡа күркәм ял урындары, “Арт-Квадрат” кеүек креатив киңлектәр барлыҡҡа килде. “Ҡашҡаҙан” паркын лайыҡлы кимәлдә төҙөкләндерәсәкбеҙ – күлде таҙартабыҙ, заманса майҙансыҡтар асабыҙ, велосипед юлын һалабыҙ. Киләһе йәй Өфө һәм республика халҡы паркта рәхәтләнеп ял итәсәк.
Әйткәндәй, Өфө генә иғтибар үҙәгендә булмаясаҡ. Һәр ауылда һәм ҡалала йыһазландырылған йәмәғәт киңлектәрен, парктар һәм балалар майҙансыҡтарын булдырыу йәһәтенән эш алып барасаҡбыҙ. Быйыл милли проектҡа ярашлы бөтә республика буйынса йәнә 130 биләмәне төҙөкләндерәбеҙ.
Беҙ кешеләр өсөн йәшәү мөхитен яҡшыртабыҙ, уны йәмләйбеҙ, хәүефһеҙ итәбеҙ. Хәтергә төшөрәйек әле – ике йыл элек кенә күп кенә ихаталарҙа тимер бәүелсәктәр тора ине. Балалар имгәнә торғайны. Йомшаҡ япма түшәлгән майҙансыҡтарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Хәҙер хәл ярайһы уҡ үҙгәрҙе. “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы, был эште дауам итәбеҙ.
Республиканың барлыҡ халҡы ил Президентының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указын ихлас рәхмәт менән ҡабул итте.
Әле Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау әүҙем бара. Уны халыҡ батырының һоҡланғыс һәйкәле биҙәйәсәк. Уны һайлауҙа халҡыбыҙ ҙа ҡатнашты.
Былтыр, мәжбүри сикләүҙәрҙе тулыһынса үтәп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршыланыҡ. Башҡортостандың Милли музейына генерал Шайморатовтың “Алтын йондоҙ”он тантаналы тапшырҙыҡ. Дөйөм милли “Тынлыҡ минуты”нда ҡатнаштыҡ. Һуғыш ветерандары өсөн – парад, онлайн тәртибендә “Үлемһеҙ полк” акцияһын үткәрҙек.
Еңеү һалдаттары әүәлгесә сафта. Еңеүҙең юбилейы йылында Бәләбәй ҡалаһының 94 йәшлек почетлы гражданы Ғәбдерәүеф Сәләх улы Гәрәевтең хыялы тормошҡа ашты. Һуғыш йылдарында был ветеран Т-34-тә механик-водитель була һәм беҙҙең көндәрҙә танк полигонындағы заманса хәрби машина рычагына йәнә ултырҙы.
Хөрмәтле Ғәбдерәүеф Сәләх улы, әле мөрәжәғәтнамә тапшырыуын ҡарағанығыҙҙы беләм, Һеҙгә һәм ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың барыһына ла тыныс күк, хәрби батырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Өлкән быуындың ҡаһарманлығы хаҡындағы иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Иң мөһиме, кешеләр һаулығы
Тарихыбыҙ беҙҙең өсөн оло ҡиммәт. Былтыр яңы датаны – 13 ноябрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн һәм ике төбәк наградаһын – Шайморатов һәм Аксаков ордендарын ғәмәлгә индерҙек. Майҙа Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейын асабыҙ. Шулай уҡ был йыл мәшһүр яҡташтарыбыҙҙың юбилейҙары менән әһәмиәтле – Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына – 230 йыл, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына – 190, Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына – 100, Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тула. Беҙ ватандаштарыбыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ.
Икенсе йыл рәттән Башҡортостан Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында алдынғылыҡты яулай. Быйыл беҙ Бөрөлә, Бәләбәйҙә һәм Ишембайҙа төҙөкләндереү эштәрен тамамланыҡ. Былтыр Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Учалы ҡалалары, Воскресенск һәм Йылайыр ауылдары федераль бюджеттан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса алды.
Беҙҙең “Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә һәм совет осоронан һуңғы киңлектә беренсе булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде. Төбәгебеҙҙең мәҙәни-тарихи һәм тәбиғи мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн республикабыҙ халҡына бик рәхмәтлемен. Беҙ был эште әүҙем дауам итәбеҙ. Әле бөтә шихандар комплексы индерелгән яңы “Торатау” геопаркына ғариза бирҙек, сөнки Башҡортостан халҡы шуны теләне. Был беҙҙең өсөн дә, киләсәк быуындарыбыҙ өсөн дә бик мөһим.
Йәй тышҡы туризмдың ябылыуы шарттарында тәбиғәтебеҙҙең ни тиклем һоҡланғыс икәнлегенә, ҡунаҡтарға уның бик оҡшауына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Йәйге миҙгелдә беҙгә ике миллиондан ашыу кеше килгән. Быйылдан перспективалы проекттарға өҫтөнлөк биреп, өр-яңы туристик биләмәләр асабыҙ. Беҙҙә “Бөрйән” туристик кластеры барлыҡҡа киләсәк. Уға федераль ҡаҙнанан 400 миллионға яҡын аҡса алдыҡ. Әле йәнә ике кластер – “Ҡөҙрәтле Ирәмәл”де һәм Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған “Башҡортостан йөрәге”н төҙөйбөҙ. Үҙебеҙ өсөн ошо мөһим тармаҡҡа инвестицияны әүҙемерәк йәлеп итергә, яңы туристик объекттар ойошторорға, хеҙмәттәрҙе үҫтерергә, тотош ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһын нығытырға кәрәк.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе – кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы. Шуға күрә 2021 йылды Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан иттек. Бурысыбыҙ – үлем осраҡтарын байтаҡҡа кәметеү. Дөйөм диспансерлаштырыуҙы тергеҙәбеҙ. Ковидты иҫкәртеү һәм дауалау буйынса иң яҡшы практикаларҙы киңәйтәбеҙ. Ауырып һауыҡҡандарҙы реабилитациялау программаһын ғәмәлгә индерәбеҙ, шул иҫәптән шифаханаларыбыҙ нигеҙендә. Өлкән быуындың һаулығын нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыу ғына түгел, уны әүҙемләштереү, байытыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ. Бындай шарттарға медицина, шулай уҡ һауыҡтырыу физкультураһы ла, ял да, ижад та, клуб эшмәкәрлеге лә, туризм да, ғөмүмән, тотош йәшәү рәүеше инә.
Беҙ хоспис, кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәген һала башлайбыҙ.
Киләһе йыл һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын, айырыуса ауылдағыһын, модернизациялау буйынса өр-яңы программаны ғәмәлгә индерәбеҙ. Төп сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыуға 20 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтәбеҙ. Кешеләрҙең янғында, юл фажиғәләрендә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булыуына кәртә ҡуйыу йәһәтенән эште көсәйтәбеҙ.
Заманса белем биреү мөхитен булдырыу – беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, шәхси мәктәпкәсә учреждениеларға ярҙам итәбеҙ. Былтыр балалар баҡсалары төҙөү буйынса рекорд ҡуйҙыҡ, 25 баҡса һалынды. Ике йыл эсендә бөтә район, ҡалаларҙа 175 үҫеш нөктәһен – өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү үҙәктәрен астыҡ. 2024 йылға улар 813-кә етәсәк. Рәсәй Федерация төбәктәре араһында был – иң ҙур һан. Уларҙа балалар һанлы технологияларҙы үҙләштерә, командала эшләргә өйрәнә, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашырға әҙерләнә.
Башҡортостан Ворлдскиллстың “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты эстафетаһын ғорурлыҡ менән ҡабул итте һәм быйыл уның финалы республикабыҙҙа уҙғарыла. Беҙ ошо мәртәбәле форумды юғары кимәлдә үткәреү генә түгел, уға арналған базаны үҙебеҙҙең бизнес-мираҫ, стартаптар, йәш профессионалдарҙың мөһим проекттары, бәләкәй предприятиелар асыу өсөн әҙер майҙансыҡҡа әүерелдереү сараһын күрергә тейешбеҙ. Республика Хөкүмәтенән ошоноң буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым.
Уҙған йыл билдәле сәбәптәр арҡаһында Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн бик ҡатмарлы булды, шуға ҡарамаҫтан йөҙ балл йыйғандар һаны 2019 йылғы 111-ҙән 127-гә тиклем артты. Был йәштәр афарин, уларҙан өлгө алырға кәрәк. Улар аҡыллы һәм ныҡышмалдар өсөн алға барыуҙа бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡлығын иҫбатлай.
Беҙ йәш уҡытыусыларға ярҙам күрһәтәбеҙ, ауыл ерендә эшләгәндәргә грант бирәбеҙ. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһына ярашлы улар миллион һумлыҡ компенсация түләүен ала. 2021 йылда был практиканы дауам итәбеҙ.
1 сентябрҙән бөтә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин иттек. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып мәктәптә туҡланыу стандартын, типовой контракттарҙы ҡабул иттек, берҙәм менюны ғәмәлгә индерҙек, урындағы етештереүселәрҙең сифатлы аҙыҡ-түлеге менән тәьмин итәбеҙ, аҙыҡ-түлек блоктарын заманса ҡорамал менән йыһазландырабыҙ. Ата-әсәләр “Электрон көндәлек” аша меню төҙөүҙә ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта аныҡ әйтергә кәрәк: был эштә лә етешһеҙлектәр бар. Әлбиттә, беҙ балаларыбыҙҙы сифатлы ризыҡтар менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Ошо өлкәгә бик күп федераль һәм республика аҡсаһы йүнәлтелә, сөнки был, физкультура һәм спорт кеүек үк, балаларҙың һаулығын нығытыуҙың мөһим нигеҙе.
Беҙ Башҡортостандың еңеү традициялары һәм мәшһүр исемдәре менән дан ҡаҙанған төп спорт төбәктәренең береһе булыуы менән ғорурланабыҙ. Ике йылда Өфөлә өс үҙәк – шорт-трек, спорт йөҙөүе, Рима Баталованың ҙур Спорт әҙерлеге үҙәге сафҡа индерелде. Реконструкциянан һуң Өфөләге “Нефтсе” бассейны, Нефтекамалағы стадион асылды. Әлшәй районының Раевка ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы һалынды.
2024 йылға беҙ 25 метрлыҡ 16 бассейн төҙөргә тейешбеҙ, бөтә район үҙәктәрендә һәм ҡалаларҙа балаларыбыҙҙы йөҙөргә өйрәтәбеҙ. Республикабыҙ “Спорт көрәшен – мәктәптәргә” федераль программаһының пилот майҙансығына әүерелде. Әле беҙ көрәш келәме түшәлгән тиҫтәләрсә спорт залын йыһазландырабыҙ.
Быйыл Өфөлә юниорҙар араһында Спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Был мәртәбәле беренселекте иң юғары кимәлдә үткәреү бик мөһим. Илдә һәм донъяла республиканың спорт имиджын нығытабыҙ.
Беҙгә Халыҡ-ара традицион мәҙәниәттәр фестивале – VI Бөтә донъя фольклориадаһына ныҡлы әҙерләнергә һәм уны лайыҡлы ҡабул итергә кәрәк. Илебеҙҙә ул беренсе тапҡыр үткәрелә. Беҙ күп милләтле Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сағыу һәм бай мәҙәниәте менән лайыҡлы таныштырырға тейешбеҙ.
Көслөрәк һәм берҙәмерәк буласаҡбыҙ
Хөрмәтле депутаттар! Ҡәҙерле дуҫтар!
2020 йыл беҙҙең өсөн үҙенсәлекле йыл булды. Беҙ уны, әлбиттә, хәтерләрбеҙ. Барыбыҙға ла ҡыйынға төштө. Әммә шуны ихлас әйтә алам: ошо һынауҙарҙы намыҫ менән еңеп сығыуыбыҙ өсөн барыһын да эшләнем.
Былтырғы ваҡиғаларҙы ғәҙел анализлайым. Һәр бер ҡарарымдың хаталы булыу ихтималлығын да аңлайым. Әгәр берәй аҙымым дөрөҫ булмаһа, яуаплылыҡты башҡаларға һалмайынса, ошо ауыр йөктө үҙем күтәрер инем. Иң мөһиме – һәр ғәмәлем кешеләргә ярҙам итеү теләгенән сығып ҡылынды.
Ошо уҡ маҡсат менән, ил Президенты Указына ярашлы, Республикаға идара итеү үҙәген ойошторҙоҡ. Бөтә Башҡортостандың нисек йәшәүен онлайн тәртибендә күреү өсөн мәғлүмәти һәм иҡтисади аналитиканы, социаль коммуникацияларға мониторингты берҙәм һанлы платформала тупланыҡ. Республикаға идара итеү үҙәге ғәйәт күп мәғлүмәтте эшкәртә башланы ла инде, һәр һанда, һәр мөрәжәғәттә кешеләрҙең проблемаларын күрәбеҙ һәм уларҙы кисекмәҫтән хәл итергә тырышабыҙ. Әле Республика йорто эргәһендә заманса алымдар ҡулланып, тейешенсә йыһазландырылған бина төҙөлөшө әүҙем бара. Республикаға идара итеү үҙәге шунда күсәсәк. Был ошо йүнәлештәге эште тағы ла көсәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.
Декабрҙә минең өсөн тәүге халыҡ менән тура бәйләнеш үтте. Меңдәрсә һорау һәм мөрәжәғәт булды. Уларҙың һәр береһенә беҙ мотлаҡ яуап бирербеҙ, ә кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы хәл итербеҙ.
Быйыл беҙ һеҙҙең менән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы һәм Дәүләт Думаһына һайлауҙы лайыҡлы үткәрербеҙ, тип ышанам. Бергәләп яңынан-яңы мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырырға тура киләсәк. Әүәлге үҫеш темпын тергеҙеү генә түгел, артабанғы үҫештең тотороҡло юлына сығыу зарур.
Демография өлкәһендә нимә айырыуса мөһим. Беҙҙең – республика халҡының – күберәк булыуы. Барыбыҙҙың да ошо ерҙә яҡшыраҡ йәшәүебеҙ. Артабан да берҙәм, тәүәккәл команда булып эшләйәсәкбеҙ.
Шуны әйтәм: бергәләп еңеп сыҡҡан һынауҙар ни тиклем ҡатмарлыраҡ булһа, шул тиклем беҙ көслөрәк һәм берҙәмерәк буласаҡбыҙ.
Хөрмәтле дуҫтар, минең һүҙҙәремде ҡеүәтләп, десантсы Рөстәм Нәбиевте алҡышлауығыҙҙы теләйем. Хәрби хеҙмәттә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ул аяҡһыҙ ҡала. Рөстәм 16 операция үткәрә, асылда яңынан йәшәргә өйрәнә, спортсы һәм танылған блогер булып китә. Былтыр ул ҡулдарына таянып, Рәсәйҙең иң бейек тауы – Эльбрусҡа артылды.
Рәхмәт Һеҙгә, Рөстәм! Ниндәй генә сараһыҙ хәлдә ҡалһаң да, буй етмәҫлек маҡсаттар ҡуйырға һәм бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларға өлгәшеү йәһәтенән һеҙ барыбыҙға ла өлгө күрһәттегеҙ.
Беҙ 2021 йылға ышаныс һәм өмөттәр менән аяҡ баҫтыҡ. Иманым камил, ул беҙҙең өсөн уңышлы булыр, барыбыҙға ла һаулыҡ, тотороҡлолоҡ, мөһим ҡаҙаныштар килтерер. Сөнки һәр төрлө көрсөктән һуң мотлаҡ күтәрелеш һәм яңырыу була. Тормоштоң мәңгелек ҡануны ошонан ғибәрәт.
Һөйөү һәм изгелек барлыҡ ауырлыҡтарҙан һәм һынауҙарҙан көслөрәк. Пандемияға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә. Әйткәндәй, күптән түгел генә беҙҙә тыуым йылдам кәмей ине. Былтыр, ниһайәт, был трендты үҙгәртә алдыҡ, һәм беҙҙә сабыйҙар һаны 2019 йылғы кеүек үк булды. Быйыл иһә улар тағы ла күберәк тыуыр, тип ышанам. Ғаиләләребеҙҙә өсөнсө, дүртенсе, бишенсе булып тыуған балалар һанының артыуы ҡыуандыра. Яңы кешенең донъяға килеүенән дә мөһимерәк нимә бар?! Был – ысын бәхет. Уны бер ниндәй бизмәнгә һалып та үлсәү мөмкин түгел.
Шуны әйтергә теләйем: республика Башлығы булараҡ, мин уның барлыҡ халҡы – аҡыл һәм тәжрибә туплаған өлкәндәр һәм йәштәр, төрлө тормош позициялы, ҡарашлы, шул иҫәптән беҙҙе ғәҙел тәнҡитләгән кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә яуаплымын.
Шулай ҙа беҙ уртаҡ юлды аҡыл менән, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, маҡсатҡа өлгәшеүҙә дөйөм ихтыяр һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, берҙәмлегебеҙҙе нығытып үтербеҙ, тип ышанам.
“Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, ти халыҡ. Беҙ – тырыштар. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп тыумаһын, беҙ барыһын да булдырырбыҙ.
Хыялдарҙы тормошҡа ашырырбыҙ.