Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Февраля 2021, 11:30

Игорь Комаров: “Округта бөтә кимәлдәге һайлау асыҡтан-асыҡ, конкурентлы һәм легитим үтергә тейеш”

Кәңәшмәлә власть органдарына һайлау буйынса фекер алыштылар.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Саранск ҡалаһында эш сәфәрендә булды. Ижтимағи-сәйәси мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә Берҙәм тауыш биреү көнөндә власть органдарына һайлау буйынса фекер алыштылар.
– Иң мөһиме – округта бөтә кимәлдәге һайлауҙың асыҡтан-асыҡ, конкурентлы һәм легитим үтеүе. Берҙәм тауыш биреү көнөндә төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы берләштереү ҡатнашыусылар, шул иҫәптән кандидаттар һәм күҙәтеүселәр һанын арттырыуҙы аңлата. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм һайлау ҡануниәтен үтәү өсөн хоҡуҡ тәрибе органдарының һәм дәүләт власының тейешле территориаль органдарының көйлө эшмәкәрлеге кәрәк, – тине Игорь Комаров.
Фото: ok.ru
Читайте нас