Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Февраль 2021, 17:00

Милана Скоробогатова эшенән китә

2020 йылдың декабрендә уның кандидатураһы ниндәй вазифаға тәҡдим ителгән?

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа профилле комитет ултырышында йомғаҡлау доклады менән сығыш яһаны һәм вазифаһынан китеүе хаҡында белдерҙе, тип яҙа «Коммерсант».
Милана Скоробогатова был эштә ун йыл, 25 мартта килешеү ваҡыты ғәмәлдән сыға. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың декабрендә уның кандидатураһы республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәҡдим ителгән. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә уның кандидатураһы ҡарала.
Милана Скоробогатова Башҡортостандың балалар омбудсмены итеп 2011 йылда тәғәйенләнә. Быға вазифаға тиклем Өфө хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығында эшләй.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас