Тәртип һаҡлау органдарында кадрҙар даими алмаштырылып тора. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең генераль прокуроры бойороғона ярашлы, юстицияның өлкән кәңәшсеһе Марсель Мәҡсүтов биш йылға республиканың Иглин районы прокуроры итеп тәғәйенләнде.
Марсель Мәҡсүтов 1980 йылда Дәүләкәндә тыуған. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 2004 йылдан 2007 йылға тиклем Өфөнөң Калинин районында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе, прокурор ярҙамсыһы булып эшләй. 2007 - 2011 йылдарҙа – Салауат ҡалаһы прокуроры урынбаҫары, 2011 - 2016 йылдарҙа – Әлшәй районы прокуроры, 2016 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Октябрьский ҡалаһы прокуроры вазифаларын биләй.