Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Февраль 2021, 19:30

Таксист ҡатынды пассажиры мәсхәрәләгән

Ул Белорет ҡалаһы автовокзалынан Учалыға алып барыуын һорай ҙа...

Учалы ҡалаһы тәртип һаҡлау органдарына Белоретта йәшәгән 35 йәшлек ҡатын таныш түгел ирҙең һөжүм итеүе, көсләүе һәм талауы тураһында ғариза яҙған.
Мәғлүм булыуынса, 14-нән 15 февралгә ҡарай төндә Белорет ҡалаһында автовокзал эргәһендә эшләгән таксист ҡатынға ир Учалы ҡалаһына алып барыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, ҡатын ризалаша. Тик был әҙәм юлда барғанда туҡтарға һорай һәм ҡатынға һөжүм итә, туҡмай, автомобилде кеше күҙенән алыҫҡа алып китеп, мәсхәрәләй һәм 6700 һум аҡсаһын урлай. Һуңынан ул ҡалаға алып барырға ҡуша, унан ҡаса. Тик ир алыҫ китеп өлгөрмәй, ҡулға алына.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының Учалы ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге был осраҡ буйынса “көсләү”, “талау”, “урлашыу маҡсатынан машина ҡыуыу” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пассажирҙарҙың дә төрлөһө була...
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы.
Читайте нас