Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Март 2021, 17:00

Ҡала төҙөлөшөндә ҡасан тәртип урынлашыр?

Радий Хәбиров: "Мин барлыҡ документтарҙы күтәрергә ҡуштым, унда етешһеҙлек өҫтөнә етешһеҙлек..."

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең төҙөлөш блогына һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенә 15 апрелгә тиклем торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһын һатыу буйынса беренсе эксперименталь торгтар үткәреү өсөн техник бурыс әҙерләргә ҡушты.
- Дәүләт милке хоҡуғы билдәләнмәгән ер участкалары менән эш итеү тураһындағы яңы законға ярашлы, Революция, Карл Маркс, Достоевский һәм Аксаков урамындағы дүрт гектарлыҡ ер участкаһын торгтарға беҙ Өфө мэрияһы менән берлектә үҙебеҙҙең шарттарҙа ҡуя аласаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Төҙөүсе беҙгә нисә йорт, нисә фатир төҙөргә планлаштырыуы тураһында әйтергә, ә ерҙе һатҡан аҡсаға муниципалитет кәрәкле социаль объекттар - мәктәп, балалар баҡсаһы һәм поликлиникалар төҙөй башларға тейеш.
Республика етәксеһе белдереүенсә, бындай практика илдең күп төбәктәрендә ғәмәлдә.
- Шулай уҡ ҡала төҙөү тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ. Һуңғы ун йылда Өфө торлаҡ төҙөү өсөн ер бүлгән, ә үҙе алмашҡа бер нәмә лә алмаған. Аҙаҡ иһә беҙ бюджет аҡсаһына социаль объекттар төҙөнөк. Намыҫһыҙ төҙөүселәр чиновниктарҙың енәйәти ярҙамы менән ҡануниәттә алдау урындары эҙләй. Быға сик ҡуйырға кәрәк, - тине ул.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа һуңғы йылдарҙа Өфөлә төҙөлөш өсөн бүленгән барлыҡ ер участкаларын, шул иҫәптән Армавир урамындағы 27 ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөлөшө документтарын тикшерергә ҡушты.
- Унда закон буйынса алты ҡаттан юғары йорт төҙөргә ярамай. Асыҡланыуынса, 27 ҡатлы йорт төҙөүгә рөхсәтте Өфө мэрияһының ике хеҙмәткәре биргән, әле улар ҡулға алынған, - тине Радий Хәбиров. – Төҙөүселәр законға ярашлы эшләһен.
Аҙаҡ был мәсьәләгә бәйле фекерҙәре менән Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә лә уртаҡлашты.
“Беҙ Ҡала төҙөү советы булдырҙыҡ, уның төп бурысы төҙөүселәр өсөн дә, республика өсөн дә ғәҙел ҡағиҙәләр булдырыу ине. Ысынбарлыҡта иһә һуңғы ун йылда Өфө ер участкалары бүлгән, ә алмашҡа бер нәмә лә алмаған... Әле бер нисә төҙөлөш ойошмаһы беҙҙе судҡа бирҙе. Мин барлыҡ документтарҙы күтәрергә ҡуштым, унда етешһеҙлек өҫтөнә етешһеҙлек. Был тармаҡта тәртип булдырыласаҡ.
Кешеләр закон боҙғандарҙы белергә тейеш. Мәҫәлән, алданған өлөшсөләрҙе кем алдай? Беҙҙең тәҙрәләр төбөндә тора был кешеләр һәм ғәҙел һорау бирә: ни өсөн был кешеләр яуаплылыҡҡа тарттырылмай? Бурысыбыҙ – хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген координациялау, ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттылырға тейеш”, - тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас