Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Марта 2021, 08:00

Гөлшат Арыҫланова - яңы рәйес

Әлегә был вазифаны рәйестең беренсе урынбаҫары башҡарып торасаҡ.

Ял көндәрендә билдәле булыуынса, Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов үҙ теләге буйынса вазифаһынан китте. Был туралағы указға республика Башлығы Радий Хәбиров 27 февралдә ҡул ҡуйғайны.
Әле был бурысты атҡарыу комитет етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Сәхәбетдиноваға йөкмәтелгән.
Бөгөн оператив кәңәшмә ваҡытында Радий Хәбиров был вазифаға кемдең билдәләнере тураһында әйтте.
– Интрига эшләп тормайым, Денис Булатов урынына беҙ Гөлшат Арыҫланованы тәҡдим итәбеҙ. Барлыҡ тейешле процедураларҙы үтәү өсөн әлегә был вазифаны ваҡытлыса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары башҡарып торасаҡ. Ә бөгөндән Гөлшат Марат ҡыҙы етәксе булараҡ эшен башлаһын, – тине Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, Гөлшат Арыҫланова Күп функциялы үҙәк директоры булып эшләгәйне. Быға тиклем ул республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры ине.
Читайте нас