Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Март 2021, 07:30

"Берҙәм Рәсәй" һайлауға әҙерлекте башлай

Тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем электрон формала үтәсәк.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Дәүләт Думаһына һәм башҡа кимәлдәге һайлау кампаниялары өсөн кандидаттарҙы һайлау эшен башланы. Был процедура асыҡ рәүештә үтәсәк – барлыҡ теркәлгән һайлаусылар бындай тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведев Генераль Совет секретары Андрей Турчак менән осрашҡан мәлдә ошо вариантты хупланы.
“Алдан тауыш биреү тәҡдиме көндәлек партия практикаһына әйләнде. Был дөрөҫ, уны беҙҙең партия ғына күҙәтә. Был процедура һайлаусыларҙың өҫтөнлөктәрен һәм кемде күрергә теләгәнен ысынында сағылдыра. Һайлаусыларыбыҙ уға өйрәнгән һәм ғәҙәттәге хәл кеүек ҡарай”, – тине Дмитрий Медеведев.
Андрей Турчак иһә алдан тауыш биреүҙең иң көслө кандидаттарҙы һайлау мөмкинлеген булдырыуын билдәләне. ”Улар барлыҡ һайлаусыларҙың ышанысын ала, ә беҙҙең партияныҡын ғына түгел. Бәхәс барышында коллегаларҙың күпселеге ошо алымды хупланы. Унда теләгән һәр кемгә ҡатнашыу мөмкинлеген бирәбеҙ – илдең һәр бер һайлаусыһы үҙенең кандидатын һайлай ала”, – тине ул.
Март уртаһында алдан тауыш биреү сайтында кандидаттарҙы теркәү башланасаҡ. 9 апрелгә тиклем “Берҙәм Рәсәй” ҡатнашыусыларҙан анкета ҡабул итә башлай, унан һуң ай барышында кандидаттар үҙҙәренең кампанияһын алып барасаҡ.
Тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем электрон формала үтәсәк. Был хәүефһеҙлекте тәьмин итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ асыҡ процедура буласаҡ, тип билдәләне Андрей Турчак. Һайлаусыларҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша теркәйәсәктәр.
Төбәктәрҙең бер өлөшө сараны офлайн төрөндә лә үткәрә ала, ул интернет даими эшләмәгән ауылдарға ҡағыла. Бының өсөн уларға федераль ойоштороу комитетына мөрәжәғәт ебәрергә кәрәк. Бындай осраҡтарҙа тауыш биреү тик 30 майҙа ғына үтәсәк.
“Процедурала асыҡлыҡ тәьмин ителәсәк. Беҙгә сәйәси көнәркәшлеккә ғәмәлдә әҙер булғандарҙы асыҡлау мөһим. Кем алдан тауыш биреүҙә еңә – шул һайлауға үтәсәк”, – тине Андрей Турчак.
Берҙәм һайлау көнөндә – 19 сентябрҙә Дәүләт Думаһына, 39 төбәктең һәм административ үҙәктең закондар сығарыу органдарына депутаттар һайлауы уҙасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында кандидаттарҙың һуңғы исемлеге раҫланасаҡ. Ул июндең беренсе яртыһында үткәрелергә тейеш. Партия етәкселеге кандидаттар составының яртыһының яңырыуын көтә.
Фото: karaulovlife.ru
Читайте нас