Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш иткән координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда капиталь, шул иҫәптән граждандар өлөшләтә ҡатнашҡан төҙөлөш өлкәһендәге намыҫһыҙ төҙөүселәр эшмәкәрлегенә кәртә ҡуйыу мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
“Алданған өлөшсөләргә нисек ярҙам итәбеҙ? Йылдар буйы дауам иткән уларҙың проблемаһын ҡасан хәл итербеҙ? Иң мөһиме – халыҡты алдап, аҡсаһын урлағандарға ҡаршы нисек көрәшәбеҙ?” – тигән һорау ҡуйҙы республика Башлығы.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостан проблемалы 86 йорт буйынса федераль фондҡа ғариза ебәргән. Республика буйынса бындай йорттар 125 самаһы. 55 объект буйынса финанслау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был маҡсатҡа фонд 6,7 миллиард һум субсидия бирә.
“Беҙҙә халыҡтың йөҙҙәрсә миллион һум аҡсаһын урлаған енәйәтсе һыуҙан ҡоро сыға. Йәмәғәт именлеге советы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, намыҫһыҙ төҙөүселәргә ҡарата суд ҡарарҙарының 90 проценты үтә йомшаҡ. Хөкөмдөң ҡатылығы енәйәттең ауырлығына бәйле икәнлеген бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлайбыҙ. Меңдәрсә кешегә ҡарата ҡылынған енәйәт – бик етди.
Мәҫәлән, “Башинвестдом” етәкселәре Альбина һәм Игорь Әминевтәр Өфөнөң Киров районындағы “Урал” биҫтәһендә күп фатирлы йорт һалыуға һылтанып, байтаҡ аҡса урланы. 170 кеше 75 миллион һумлыҡ зыян күрҙе, ә улар иһә ни бары ике йылды колония-ауылда үткәрә, – тине Радий Хәбиров. – Әле судта “Килстройинвест” етәкселәренә ҡарата асылған енәйәт эше ҡарала. Улар Өфө районының Миловка ауылында күп фатирлы йорт төҙөлөшөндә аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Был хәлдең беҙҙең өсөн иң ҙур проблема булыуын бөтә Башҡортостан халҡы белә. Унда 1,5 мең кеше алданды. Зыян күләме – 2,3 миллиард һум. Ә хөкөм: Дмитрий Комлевҡа – ҡулға алынып, өйҙә ултырыу, Иван Араповҡа – ситкә китмәү һәм тәртип боҙмау, Павел Рыцевҡа – айырым ғәмәлдәрҙе тыйыу”.
Ултырышта республика Башлығы хоҡуҡ һаҡлау структуралары етәкселәренең төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өлкәһендәге енәйәт эштәре буйынса сығыштарын тыңланы.