Коммерция фирмаһы директоры Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәренә ришүәт биреүҙә ғәйепләнә. Өфө ҡалаһы буйынса Ленин районы тәфтиш бүлеге 50 йәшлек коммерция директорына ҡарата “ҙур күләмдә ришүәт биреү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғалтҡан.
Эске эштәр министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте органдары нефть тауарҙары менән һатыу иткән директорҙың эшмәкәрлеген тикшерә башлағас, ул тикшереүҙе туҡтатыу һәм артабан эшҡыуарлығын ҡурсалау өсөн 500 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим иткән.
Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре был тәҡдимдең законға ҡаршы булыуын иҫкәртһә лә, шик аҫтында булған әҙәм аҡса тәҡдим итеүен дауам иткән. Шулай итеп, Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының үҙенең хәүефһеҙлек бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре уны аҡса биргәндә ҡулға ала.
Әлеге ваҡытта енәйәттең бөтә хәл-ваҡиғаларын асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эшмәкәрлеге дауам итә. Суд, тәфтишсенең юллауы буйынса, ирҙе һаҡ аҫтына алыу тураһында хөкөм ҡарары сығарған.