Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре (артабан – граждандарҙың мөрәжәғәттәре) менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эш башҡарыу күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мөрәжәғәттәр менән эшләү йәһәтенән граждандар өсөн кәрәкле мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (артабан – Хөкүмәт) интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/
www.pravitelstvorb.ru) урынлаштырылған. Граждандар Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү графигы, Хөкүмәт регламенты, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн реквизиттар, шулай уҡ интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү формаһы менән таныша ала.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре статистикаһы
Отчет осоронда Хөкүмәткә 15024 мөрәжәғәт килгән, шуларҙан күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн компетенция буйынса ебәрелгән:
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенән – 2019;
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенән – 5393;
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан – 92;
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Аппаратынан – 468;
граждандар һәм ойошмалар тарафынан – 7052.
Юғары дәүләт власы органдарынан граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре буйынса 409 һорау килгән.
Мөрәжәғәттәрҙең төп темалары
2020 йылда 15024 мөрәжәғәттә авторҙар 15 657 мәсьәләне күтәрә, шуларҙың 4684-е (30%) – социаль өлкәгә; 4024-е (25,7%) – торлаҡ-коммуналь өлкәгә; 3413-ө (21,8%) – иҡтисад өлкәһенә; 2744-е (17,5%) – дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт өлкәһенә; 792-һе (5%) оборона, именлек һәм законлылыҡ өлкәһенә ҡарай.
Башҡортостан Республикаһы халҡын, нигеҙҙә, түбәндәге мәсьәләләр борсой:
* күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, идарасы ойошмаларҙың эшләмәүе, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотмау, коммуналь хеҙмәттәрҙең насар сифаты (1551 мөрәжәғәт);
* дауаланыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, дарыуҙар менән тәьмин итеү, дарыуханаларҙа тейешле дарыуҙарҙың булыу-булмауы (1082 мөрәжәғәт);
* балаға пособие һәм компенсация түләү (686 мөрәжәғәт);
* тирә-яҡ мөхитте һәм атмосфера һауаһын һаҡлау (607 мөрәжәғәт);
* урамдағы асфальт япмаһының насар сифаты, ауылдағы юлдарҙы ремонтлау һәм асфальт түшәү, ҡыш юлдағы ҡарҙы таҙартмау (560 мөрәжәғәт);
* торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү (496 мөрәжәғәт), шул иҫәптән етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү (116 мөрәжәғәт);
* тормошта ауыр хәлгә тарыған граждандарға матди ярҙам күрһәтеү (492 мөрәжәғәт);
* граждандарҙың төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуы, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өлкәһендә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе (437 мөрәжәғәт);
* коммуналь хеҙмәттәр (шул иҫәптән дөйөм йорт ихтыяждары) өсөн ҡуйылған хаҡ менән килешмәү (421 мөрәжәғәт);
* һыу, газ, электр тәьминәтендә өҙөклөктәр, халыҡты сифатһыҙ эсәр һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү системаларын ремонтлау һәм яңы һыу үткәргестәр төҙөү, сүп-сарҙы ситкә ташыу (297 мөрәжәғәт);
* эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу (114 мөрәжәғәт).
Мөрәжәғәттәр билдәләнгән тәртиптә ҡаралды. Граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙең бер өлөшө ыңғай хәл ителде, ҡалғандары буйынса нигеҙле аңлатма бирелде, тәҡдимдәр ебәрелде.
Мөрәжәғәттәрҙең структураһы күрһәтеүенсә, улар, башлыса, Өфө (5863 мөрәжәғәт), Стәрлетамаҡ (871), Октябрьский (564), Салауат (414), Нефтекама (303) ҡалалары, шулай уҡ Өфө (362), Туймазы (286), Ишембай (275), Мәләүез (233), Белорет (214), Бәләбәй (170), Иглин (167), Учалы (125) райондары халҡынан килгән.
Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү тураһында
Граждандарҙың телдән әйтелгән һәм яҙма рәүештә ебәрелгән мөрәжәғәттәре менән эште тейешенсә ойоштороу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Бойороғона ярашлы, киләһе кварталда Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары һәм дәүләт органдары етәкселәре тарафынан граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы раҫлана. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында күсмә ҡабул итеүҙе ойоштороу датаһы тураһында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
Хөкүмәттең интернет селтәрендәге рәсми порталында (http:/
www.pravitelstvorb.ru) граждандарҙы күсмә ҡабул итеү графигы урынлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары бындай сараларҙы республика Хөкүмәте йортоноң ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) үткәрә.
Отчет осоронда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең граждандарҙы ҡабул итеү бүлмәһендә – 11 һәм ситкә сығып өс ҡабул итеү сараһы үткәрелгән. Уларҙа 53 кеше ҡабул ителгән.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәре тарафынан ойошторолған 40 күсмә ҡабул итеү сараһында 316 кешенең үтенесе ҡаралған.