Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Март 2021, 11:45

Әгәр водитель картаны ҡабул итмәһә...

Түләү карталарын ҡабул итмәгән һәм пассажирҙар менән иҫәпләшкән саҡта контроль-касса аппаратынан файҙаланмаған водителгә ҡайҙа ялыу итергә?

Түләү карталарын ҡабул итмәгән һәм пассажирҙар менән иҫәпләшкән саҡта контроль-касса аппаратынан файҙаланмаған йәмәғәт транспорты водителенә ҡайҙа ялыу итергә тигән һорау йыш тыуа. Яуап бирәбеҙ. 54-ФЗ һанлы федераль законға ярашлы (22.05.2003), илдә ҡануниәтте үтәү буйынса контроль һәм күҙәтеү функциялары һалым органдарына һалынған.
Федераль һалым хеҙмәтенә һәм территориаль һалым органдарына түбәндәге юлдар менән мөрәжәғәт итергә була:
– яҙма рәүештә (почта элемтәһе, факсимиль элемтә) Федераль һалым хеҙмәте (территориаль һалым органдары) адресы буйынса;
– Федераль һалым хеҙмәтенең Интернет селтәрендә күрһәтелгән рәсми сайтында электрон юл менән (“Обратиться в ФНС России” https://www.nalog.ru/rn77/service/obr_fts/ online-сервисы ярҙамында);
– Федераль һалым хеҙмәтендә (территориаль һалым органдарына) шәхси ҡабул итеү ваҡытында.
Шулай уҡ республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ла түбәндәге юлдар менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:
– яҙма рәүештә (почта элемтәһе, факсимиль элемтә) министрлыҡ адресына;
– Министрлыҡтың рәсми сайты аша электрон юл менән (https://transport.bashkortostan.ru/);
gostrans@bashkortostan.ru электрон почта адресына.
Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән саҡта, илдең ҡануниәтенә ярашлы, фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен, яуап ебәрелергә тейеш почта йәки электрон адресығыҙҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Был мотлаҡ реквизиттар күрһәтелмәй икән, мөрәжәғәттең яуапһыҙ ҡалыуы ихтимал.
Ҡыҫҡаса инцидент тураһында яҙырға, ваҡиғаның көнө, ваҡыты, маршрут номеры, водитель һәм транспорт сараһы тураһында мәғлүмәттәр (улар автобустың салонында була) кәрәк.
Мөрәжәғәткә ваҡиғаның дәлилдәрен өҫтәп һалыу мөмкин һәм кәрәк (фото йәки видеояҙма. Видеояҙма өҙлөкһөҙ булырға, унда маршруттың һаны һәм транспорт сараһының дәүләт номеры күрһәтелергә тейеш). Водитель һәм рейс тураһындағы мәғлүмәттәрҙе үҙ мобиль телефонығыҙ камераһына теркәү иң уңайлыһы буласаҡ. Бындай мәғлүмәттәр, ғәҙәттә, автобус салонында, водитель урыны артында күрһәтелә. Шулай уҡ хоҡуҡ боҙоу осрағының урыны һәм ваҡыты булырға тейеш.
Мөрәжәғәт тексында водителгә ҡарата битәр һүҙҙәр яҙыу тыйыла (ул үҙен тәртипһеҙ тотҡан осраҡта ла). Граждандарҙың бындай мөрәжәғәттәре административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыу өсөн сәбәп буласаҡ.
Читайте нас