Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Март 2021, 18:15

“ПолитСтартап” проекты старт алды

Унда ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектә тәжрибәһе булмаған һәм документ тапшырғанға тиклем 35 йәше тулмаған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.

Бөгөн, 11 мартта, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “ПолитСтартап” кадрҙар проекты старт алды. Ул алдан тауыш биреүҙә беренсе тапҡыр ҡатнашырға теләгәндәргә иҫәпләнгән.
Проектта ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектә һиҙелерлек тәжрибәһе булмаған һәм документ тапшырғанға тиклем 35 йәше тулмаған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Партия уларҙы Өфө ҡала Советына алдан һайлауҙарҙа ҡатнашыуға әҙерләйәсәк, әгәр улар праймеризда еңһә, муниципаль һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидат була ала.
Кандидаттарҙы теркәү ике вариантта тәҡдим ителә: кандидат – алдан тауыш биреү ҡатнашыусыһы, политтехнолог – төп һайлау кампанияһында ҡатнашырға теләгән кеше. Теркәү үткәндән һуң ҡатнашыусылар өсөн проект сайтында онлайн уҡыу уҙғарыла һәм билдәһеҙ сәйәсмәндәр, политологтар, политтехнологтар менән яҡындан осрашыу үткәреләсәк. Иң әүҙемдәргә федераль һәм төбәк кимәлендәге остаздарҙы билдәләйәсәктәр, улар алдан тауыш биреү кампанияһы барышында йәштәргә ярҙам итәсәк.
11 марттан 3 майға тиклем проект сайтында ҡатнашыусыларҙы онлайн теркәү алып барыласаҡ. 1 апрелдән 30 апрелгә ҡәҙәр улар онлайн уҡыясаҡ һәм төбәктәге остаздар менән көндөҙгө программа буйынса әҙерлек үтәсәк. Шулай уҡ апрелдә проектта әүҙемлек нигеҙендә федераль кимәлдәге остаздарҙы бүлеү ойоштороласаҡ. Проект сайтында һәр ҡатнашыусыға әүҙемлек өсөн рейтинг өҫтәләсәк: үҙҙәре тураһында мәғлүмәт тултырыу, фотоматериалдар һәм видеороликтар ҡуйыу, вебинарҙар, лекциялар ҡарау, “штаб”та ҡатнашыу.
Уҡыу тамамланғандан һуң йәштәр “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһында ҡатнаша ала, уның ваҡыты мартта билдәле буласаҡ.
Ҡатнашыусылар https://politstartup.er.ru/ һылтанмаһы буйынса теркәлә ала.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһы сайты.
Читайте нас