15 март – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө. Рәсәйҙә ул 1994 йылдан алып билдәләнә.
Был көн тәү сиратта ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт департаменттары һәм ижтимағи ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Ә беҙгә, ябай ҡулланыусыларға, көндәлек тормошта үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡшы белеү зарур. Һәр беребеҙҙең тиерлек ниндәй ҙә булһа ошондай хәлгә тарығаны бар. Мәҫәлән, консерва банкаһындағы аҙыҡ-түлек һауытта күрһәтелгән яраҡлылыҡҡа тура килмәй һәм уның сифаты насар булыуы ихтимал. Был осраҡта күптәрҙең йәне көйә лә, ҡул һелтәй. Был дөрөҫ юл түгел. Ошондай хәлгә тарыйһығыҙ икән, граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында (02.rospotrebnadzor.ru) төбәк бүлексәләренең “ҡыҙыу линия” мәғлүмәттәре бирелгән.
“Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы закон – илебеҙҙәге мөһим һәм йыш ҡулланылған закондарҙың береһе. Ул ҡулланыусыларҙың үҙ хоҡуҡтарын яҡлай алыуы өсөн барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, медицина, бәйләнеш һәм башҡа хеҙмәттәр тураһындағы закондар ҙа тап ошо өлкәләге хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләй.