Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Гөлшат Арыҫланова Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Гөлшат Марат ҡыҙы Арыҫланова 1975 йылдың 28 декабрендә Дүртөйлө ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлаған. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында ҡайтанан һөнәри әҙерлек үткән.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Дүртөйлө ҡала халыҡ мәғарифы бүлегендә һыҙма уҡытыусыһы булып башлай. Төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында ассистент, “Өфөгаз” филиалы директоры ярҙамсыһы, шунда уҡ профсоюз ойошмаһы рәйесе, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп йүнәлешле үҙәк директорының беренсе урынбаҫары була. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры, 2020 – 2021 йылдарҙа – Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп йүнәлешле үҙәк директоры.