Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Март 2021, 13:30

Өс партия көстәрен берләштерҙе

Берләштереү хаҡындағы ҡарар февралдә ҡабул ителгән булған.

Республиканың сәйәси тормошонда үҙгәрештәр булып тора, әммә һуңғы йылдарҙа өс партия берләшкән осраҡ күҙәтелмәгәйне.
Мәғлүм булыуынса, “Ғәҙел Рәсәй”, “Дөрөҫлөк өсөн” һәм “Рәсәй патриоттары” партияларын берләштереү хаҡындағы ҡарар февралдә ҡабул ителгән булған. Дәүләт Йыйылышында яңыртылған фракцияға “Ғәҙел Рәсәй” партияһына ингән Юрий Игнатьев, Рөстәм Дәүләтов, Алексей Нилов, шулай уҡ “Рәсәй патриоттары” партияһынан Владимир Нагорный һәм депутаттар Рамазан Рамазанов, Эльдар Насретдинов ингән.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яңыртылған партия фракцияһына парламенттың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Владимир Нагорный етәкселек итәсәк.
"Беҙҙең фракция республика халҡы мәнфәғәтендә закондар сығарыу эшендә әүҙем ҡатнашасаҡ", – тип аңлатма бирҙе был хәлгә Владимир Нагорный.
Фото: resbash.ru
Читайте нас