Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Яңы кешеләр” партияһы рәйесе Алексей Нечаев менән осрашты. Сарала шулай уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов ҡатнашты. Улар Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлау кампанияһына әҙерлек мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
“Яңы кешеләр” сәйәси партияһы былтыр 1 мартта барлыҡҡа килде. Уҙған йыл сентябрҙә партия илдең 12 төбәгендәге һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кандидаттарын тәҡдим итте. Партия рәйесе – Алексей Нечаев, Рәсәйҙә иң ҙур косметика етештереү компанияларының береһе булған “Faberlic”тың президенты.
– Беҙ бөтә сәйәси партияларҙың тиң хоҡуҡлылығын тәьмин итергә тейешбеҙ. Шуға күрә яңы партияның һәм республикала уның бүлексәһенең барлыҡҡа килеүен сәләмләйбеҙ, – тине Александр Сидякин. – Туплаған сәйәси тәжрибәгеҙ республикабыҙҙа ла тейешле сәйәси инфраструктура төҙөү мөмкинлеген бирер, тип уйлайым.
– Мин бер ниндәй ҙә партия ағзаһы түгелмен, ләкин илдәге парламенттарҙа төрлө сәйәси ҡараштарҙы сағылдырған партиялар, шул иҫәптән либераль ҡарашлылар ҙа, булырға тейеш, тигән фекерҙәмен, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ростислав Мырҙағолов. – Шуға ла бөгөн “Яңы кешеләр” партияһы лидеры менән осрашыуға саҡырғандарына бик ҡыуандым. Минеңсә, улар демократия ҡиммәттәрен һөҙөмтәле яҡлаған әүәлге “Уң көстәр союзы”, “Яблоко” һ.б. партияларҙың урынын лайыҡлы биләр, тип ышанам.
– Беҙ ил өсөн файҙа килтерергә теләгән йәштәргә һәм инициативалы өлкәндәргә баҫым яһайбыҙ, – тине Алексей Нечаев. – Бөгөн Өфөлә “Яңы кешеләр” партияһы ойошторған “Идеялар марафоны” конкурсының финалын үткәрәбеҙ. Унда 533 ғариза араһынан иң төплө, иң сағыу, перспективалы башланғысты һайлап алабыҙ. Уның авторы проектты тормошҡа ашырыуға 300 мең һум аҡса аласаҡ.
Алексей Нечаев әйтеүенсә, “Идеялар марафоны” – партияның федераль проекты. Унда теләге булған һәр кеше үҙе йәшәгән ҡала, төбәк йәки бөтә ил тормошон яҡшыртыу башланғысын тәҡдим итә ала.