Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Март 2021, 11:00

Владимир Бураков менән осрашыу

Яҡтар һайлау кампанияһына әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” сәйәси партияһының Үҙәк советы рәйесе Владимир Бураков менән осрашты.
Яҡтар Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидара органдарының вәкиллекле органдарына һайлау кампанияһына әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы – социаль-консерватив сәйәси берекмәһе. Ул 2012 йылдың 29 февралендә барлыҡҡа килгән. Әле ул Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа партия исемлектәре буйынса, шулай уҡ бер мандатлы округтар буйынса ҡултамға йыймайынса ҡатнашырға хоҡуҡлы партияларҙың береһен тәшкил итә.
– Башҡортостан – милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр йәһәтенән илдәге иң толерантлы төбәктәрҙең береһе. Беҙ бөтә сәйәси партияларҙың тиң хоҡуҡлылығын хуплайбыҙ, сөнки ҡараштарҙың күп төрлөлөгөн ихтирам итәбеҙ, – тине Александр Сидякин. – Партия лидеры Владимир Юрьевич Бураковты күптән беләм. Ул – хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлаған хеҙмәтсәндәрҙең ысын яҡлаусыһы. Ошо сифаты үҙгәрешһеҙ ҡала. Сәйәси юҫыҡта пенсионерҙарҙың мәнфәғәтен яҡлаған партияның булыуы бик мөһим.
– Өлкән быуын үҙенә айырым иғтибар талап итә, – тине Владимир Бураков. – Шуға күрә беҙ һайлау алды программаһын кешеләрҙең ысынлап та тормошҡа ашырырлыҡ мәнфәғәттәренән сығып төҙөйбөҙ. Ябай лозунгтар ғына түгел, ә аныҡ тәҡдимдәр. Һуңғы биш йылда партиябыҙ ғилми берләшмә менән тығыҙ бәйләнештә Социаль кодекс өҫтөндә эш алып бара. Өлкән быуындың тормошон ысын мәғәнәһендә яҡшыртырлыҡ комплекслы программа төҙөйбөҙ.
Ул шулай уҡ партияның Өлкән быуын эштәре буйынса вәкил институтын ойоштороуға ҙур тырышлыҡ һалыуын әйтте. Мәҫәлән, Ставропольела һәм Байкал аръяғында ошондай вәкилдәр төбәк кимәлендә эшләй башлаған да инде.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас