Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар тәғәйенләнеше тураһындағы мәғлүмәттән башланы.
Ошо көндәрҙә ҡул ҡуйылған указға ярашлы, республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Гөлшат Арыҫланова тәғәйенләнде. Быға тиклем был вазифала эшләгән Денис Булатов үҙ теләге менән эштән китте.
Күренеүенсә, республиканың власть органдарында ҡатын-ҡыҙҙар арта башланы. Тағы бер шундай тәғәйенләү район хакимиәте башлығына ҡағыла. Билдәле булыуынса, яңыраҡ ҡына үҙ теләге менән Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко вазифаһын ҡалдырғайны. Әле уның урынына ваҡытлыса хакимиәт башлығы урынбаҫары Гүзәл Насирова тәғәйенләнгән.
- Беҙҙә гендер сәйәсәте дөрөҫ алып барыла тип иҫәпләйем. Яҡын арала республикала тағы бер ҡатын-ҡыҙ хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнеүе ихтимал. Әлегә Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы тип Гүзәл Насирова билдәләнде. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар фекерен тыңлайбыҙ һәм был бик һөҙөмтәле тип иҫәпләйем, - тине Радий Хәбиров.
Яҡын арала район советы депутаттары кандидатура раҫларға тейеш. Әгәр был эшләнһә, Гүзәл Насирова республикалағы икенсе хакимиәт башлығы ҡатын-ҡыҙ буласаҡ. Беренсеһе - Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.