Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Март 2021, 14:30

Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләй башлайҙар

Башҡортостандың һәр кешеһе күҙәтеүселәр корпусына инеп, буласаҡ һайлауҙың законлылығына туранан-тура йоғонто яһай ала.

Башҡортостанда сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа 7000 йәмәғәт күҙәтеүсеһенән торған пул булдырыласаҡ. 3406 участка һайлау комиссияһының һәр береһе өсөн икешәр күҙәтеүсе әҙерләү планлаштырыла. Башҡортостостан йәмәғәт штабы лекторҙары үҙенсәлекле әҙерләү системаһы буйынса 5 апрелдән алып өс ай дауамында уҡытасаҡ. Матбуғат конференцияһында штабтың етәксеһе, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Башҡортостандан ағзаһы Ольга Панчихина ошо хаҡта белдерҙе.
“Күҙәтеүселәр бер-береһен алмаштырырға тейеш, шуға күрә бер субъектан һәр бер участка һайлау комиссияһына ике кеше булһа ла беркетелеүе талап ителә. Участкала бер юлы төрлө субъекттарҙан күҙәтеүселәр була ала, мәҫәлән, берәүһе Рәсәй Йәмәғәт палатаһынан, икенсеһе Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан”, – тине Ольга Панчихина.
Башҡортостандың һәр кешеһе күҙәтеүселәр корпусына инеп, буласаҡ һайлауҙың законлылығына туранан-тура йоғонто яһай ала. Потенциаль күҙәтеүселәрҙән ғаризалар йыйыу – Йәмәғәт штабының, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппаратының әҙерлек эше.
“Теләге булған һәр кем участкаға килһен. Күҙәтеүсе кеше нимәгә барғанын, ҡайҙа һәм ни өсөн ебәргәндәрен, ниҙе аныҡ күҙәтергә кәрәклеген аңларға тейеш. Үҙеңдең хоҡуҡтарыңды, бурыстарыңды, эшмәкәрлектәге сикләүҙәрҙе, өйҙә тауыш биреү үҙенсәлектәрен һәм башҡаларҙы белеү мөһим. Шуның өсөн уҡыу уҙғарыла”, – ти Йәмәғәт палатаһы етәксеһе.
Апрель аҙағында штаб Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре менән, һайлау уҙғарыуҙы күҙәтеүҙә граждандар йәмғиәте вәкилдәренең үҙ-ара ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсатында, килешеү төҙөйәсәк. Бынан тыш, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре, штаб кандидаттары менән йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүҙәге маҡсаттарҙың, бурыстарҙың берлеге тураһында меморандум төҙөү ҡаралған.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләгән лектор, тренер Марина Таран уҡытыу тураһында һөйләне. Буласаҡ күҙәтеүселәр төркөмдәрҙә икешәр көн белем аласаҡ, йомғаҡ тест үтеү ҙә ошо көндәргә индереләсәк. Һәр төркөмдөң тейешле әҙерлек курсы үткән өс лекторы буласаҡ. Уҡыуҙа ҡатнашыусыларға һайлаусы хоҡуҡтарын ғына түгел, ә тауыш биреүҙә килеп тыуған көтөлмәгән хәлдәрҙе яйға һалыу ысулдарын өйрәтеү ҙә күҙ уңында тотола. Эш хәҙерҙән башлана.
Шуны ла әйтергә кәрәк, 29 мартта республика Йәмәғәт палатаһының кәңәшмәһе уҙа, унда сентябргә тиклем штаб ағзаларының эш программаһы аныҡ ҡараласаҡ. Штаб 16 кешенән тора.
Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүгә, хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы (347) 218-17-74 телефоны, nabludatel102@mail.ru электрон почтаһы аша бирергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайты.
Читайте нас