Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Март 2021, 12:15

“Берҙәм Рәсәй” – илдәге сәйәси системаның нигеҙе”

Көн тәртибенә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһы мәсьәләһе инде.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров республика партактивы семинарында ҡатнашты. Көн тәртибенә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһы мәсьәләһе инде.
Семинарҙы асып, төбәк етәксеһе, асылда һайлау кампанияһы башланды ла инде, тип билдәләне һәм партия ағзаларын һуңғы йылдарҙа иң ҡатмарлы һайлау алды процестарының береһенә әҙерләнергә саҡырҙы.
– Һис шикһеҙ, “Берҙәм Рәсәй”– илебеҙҙә сәйәси лидер, Рәсәйҙәге сәйәси системаның нигеҙе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ – Рәсәй Президентының ысын һәм ышаныслы партнеры, ярҙамсыһы булып ҡалған берҙән-бер көстө тәшкил итәбеҙ. Бергәләп илдең киләсәген төҙөйбөҙ, Президентыбыҙҙың стратегияһын яҡлайбыҙ. “Берҙәм Рәсәй”ҙең һәр ағзаһы иң яуаплы партия сафында икәнлеген аңларға тейеш.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” – алдан тауыш биреү үткәргән һәм праймеризды кандидаттарҙың лидерлыҡ сифаттарын раҫлаған һөҙөмтәле инструмент итеү бурысын ҡуйған берҙән-бер партия.
– Һайлау кампанияһына ауыр коронавируслы 2020 йыл аша киләбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – “Берҙәм Рәсәй” кешеләргә ысын ярҙам ойошторған һәм йәмғиәт алдындағы бик күп проблемаларҙы хәл итеүҙең алғы һыҙығында барған берҙән-бер партия булды. Башҡортостандағы ирекмәнлек хәрәкәте – илдәге иң яҡшылар рәтендә. Бының өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас