Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Тәүҙә доклад менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Аҙаҡ Премьер-министр Андрей Назаров ентекле доклад тәҡдим итте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һуңынан был йомғаҡтар буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– 2020 йыл беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, республика яңы саҡырыуҙарға яуап бирерлек эшләнмәләр таба алды. Үлсәнгән ҡарарҙар кире йоғонтоларға юл ҡуйманы, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса үҫеште лә дауам итә алдыҡ. Рекордлы ваҡыт эсендә заманса госпиталдәр төҙөлдө, ҡайһы бер дауаханалар яңынан профилләштерелде. Ковид-сирлеләргә ярҙам итер өсөн урындар әҙерләнде, ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге булдырылды.
Хөкүмәт иҡтисадҡа ярҙам итер өсөн ике тапҡыр ярҙам саралары ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға иҡтисадтағы көрсөккә ҡаршы саралар ҡабул итеү өсөн байтаҡ ҡына закон проекттары килде. Яһалған аҙымдар сәнәғәт етештереүе емерелеүенән һаҡланы, төҙөлөш темптарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итте, “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен булдырҙыҡ. Йәлеп ителгән инвестициялар бөтәбеҙҙе лә ҡыуандырҙы. Ауыл хужалығы тармағында рекордлы һандар күрҙек.
2021 йылда бюджет аҡсаһының сикле булыуы өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ билдәләүҙе талап итә. Әле иһә тиҙ арала, пандемияның өсөнсө тулҡынына юл ҡуймаҫ өсөн, халыҡҡа коронавирустан вакцина эшләтергә кәрәк. Берҙәм эшмәкәрлек менән тотороҡлолоҡто тәьмин итә һәм ныҡлы үҫешкә сыға алырбыҙ тип ышанам, - тине ул.