Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында ҙур доклад менән сығыш яһаны һәм Хөкүмәттең 2020 йылдағы эшмәкәрлеге, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Андрей Назаров та уҙған йылдың ауыр булыуына баҫым яһаны.
– 2020 йыл беҙҙең “310-сы указ”ды тормошҡа ашырыу сиктәрендә “үҫештең биш йыллығы”ның беренсе йылы ине. Тик пандемия арҡаһында ул беҙҙең өсөн үтә етди һынау йылына әйләнде, бар көстәр оператив проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелде. Әммә ошоларға ҡарамайынса, беҙ билдәләнгән стратегик бурыстарҙы үтәй алдыҡ, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр һәр тармаҡҡа айырым туҡталып, унда нимә эшләгәне һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡуйылыуы тураһында һөйләне. Финанс, бюджет тармағына туҡтап, Андрей Назаров бында бында, иң мөһиме сығым йөкләмәләрен файҙалы үтәү һәм бюджеттың тотороҡлолоғон һаҡлау булды, тине.
Андрей Геннадьевич һаулыҡ һаҡлау тармағына айырым туҡталды.
– Социаль өлкәлә беҙ иң ҙур иғтибарҙы һаулыҡ һаҡлауға бүлдек. Был коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә бәйле ине. Беҙгә һаулыҡ һаҡлау системаһын яңынан форматлаштырырға тура килде. Тиҙ арала ковид-сирлеләр өсөн урындар әҙерләнек, кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ. Рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике йоғошло сирҙәр дауаханаһы төҙөнөк. Беҙҙең был тәжрибәне 15 төбәк файҙаланды. Оператив рәүештә ковид менән көрәшер өсөн кадрҙар әҙерләнек – был 900 табип һәм 1,5 мең урта персонал, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта ковидтан башҡа йүнәлештәр ҙә онотолманы. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары тормошҡа ашырылыуын дауам итте, улар сиктәрендә ауылдарға яңы 215 табип һәм 61 фельдшер килгән. 117 яңы ФАП һәм бер нисә дауахана асылған. Медицина ойошмалары автопаркы 89 яңы автомобиль менән тулыланған.
Демография мәсьәләһенә туҡталып, Андрей Назаров “310-сы указ” маҡсаттарынан әлегә йыраҡ булыуҙы билдәләне. Тик нисек кенә булмаһын, тыуымдың ныҡлап кәмеүен туҡтатыуға өлгәшкәндәр. Һөҙөмтәлә, былтыр 41180 бала тыуған. Хөкүмәт тыуыу күләмен арттырыу өсөн маҡсатлы эште артабан да ныҡлы дауам итәсәк.
2020 йылда халыҡтың күп өлөшө социаль ярҙамға мохтаж ине. Хөкүмәт уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышты. Тәү сиратта көстәр балалы ғаиләләр, инвалидтар, өлкәндәр һәм ауыр тормош шарттарында ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.
– Социаль ярҙамды 1,8 миллион граждан алды. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән аҡса күләме 27 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн былтыр 2019 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк аҡса йүнәлтелде. Ташламаларға хоҡуғы булған кешеләрҙе ер менән тәьмин итеү эше лә дауам итте. Күп балалы ғаиләләр һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн 1310 ер участкаһы бирелде, – тине ул.
Былтыр Башҡортостанда бөтә илдәге кеүек үк эшһеҙлек үҫеше күҙәтелде. Мәшғүллек үҙәктәренә 230 мең кеше мөрәжәғәт иткән, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк. Теркәлгән эшһеҙлектең иң юғары кимәле 2020 йылдың 29 сентябренә тура килгән. Ул көндө эшһеҙҙәр һан 129 мең кешегә тиклем еткән. Хөкүмәттең иҡтисадты тергеҙеү буйынса эшмәкәрлеге арҡаһында, 30 сентябрҙән алып 31 декабргә тиклем эшһеҙҙәр һаны 111 мең кешегә тиклем кәмегән. Был кәмеү әле һаман дауам итә.
Эшселәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы биш процентҡа үҫте һәм 38706 мең һум тәшкил итте. Был күҙаллауҙарҙан бер ни тиклем күберәк булған. Ә эштән ҡыуылыу хәүефе алдында торған кешеләргә ярҙам итеү өсөн былтыр шулай уҡ өҫтәмә саралар тормошҡа ашырылған һәм эш биреүселәргә 123 миллион күләмендә сығымдар ҡапланған. Был - илдәге иң яҡшы күрһәткес.
Пандемияға ҡарамай, спортҡа ла иғтибар ҙур булған. Систематик рәүештә спорт менән былтыр 1,8 миллион кеше шөғөлләнгән. Бер йыл эсендә өҫтәмә 300 спорт ҡоролмаһы төҙөлгән. Хәҙер беҙҙә уларҙың һаны 12774-кә еткән. Был күрһәткес буйынса, Башҡортостан илдә икенсе урынды биләй (Мәскәүҙән һуң).
Республикалағы 136 спорт мәктәбендә 97 мең кеше шөғөлләнә, был 2019 йыл менән сағыштырғанда өс меңгә күберәк. Былтыр Башҡортостанда бер нисә ҙур спорт объекты файҙаланыуға тапшырылды. Был Әлшәй районындағы бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Нефтекамала “Торос” стадионының беренсе сираты төҙөкләндерелеп бөткән, Өфөлә “Нефтсе” бассейны һәм башҡалар. “Ауыл тренеры” прграммаһы сиктәрендә 34 тренер 600-әр мең һум аҡса алған.
Хөкүмәт эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөклө тағы бер йүнәлеш – мәғариф системаһы. 2020 йылда 23 балалар баҡсаһы һәм ете мәктәп төҙөлдө. 42 “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге һәм ике полилингваль мәктәп асылды. 115 яңы мәктәп авобусы һатып алынған. “Сәләмәт йылмайыу” проекты сиктәрендә мәктәптәрҙә 61 стоматология кабинеты асылған. Балалар баҡсаһына хәҙер өс йәшкә тиклемге балалар ҙа йөрөй ала.
– 2020 йылдың 1 сентябренән алып, бөтә башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу ойошторолдо. Бындай балалар һаны 224 мең, – тине ул. – Ауылдарҙа эшләгән 150 йәш уҡытыусы 690 меңәр һумлыҡ грант алды. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә 55 уҡытыусы берәр миллион һумлыҡ ярҙам алды.
Былтырғы йыл республиканың мәҙәниәт өлкәһенә лә ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Пандемия арҡаһында был тармаҡтағы түләүле хеҙмәттәр һаны ике тапҡырға кәмене. Шул уҡ ваҡытта 2019 йыл менән сағыштырғанда алты тапҡырға мәҙәниәттә һанлы ресурстарға мөрәжәғәттәр артты. Интернет-әүҙемлек буйынса беҙҙең республика илдә өсөнсө урында.
– Былтыр 400 самаһы төрлө мәҙәни объекттар төҙөлдө, ремонтланды һәм һатып алдынды. Бында ауыл мәҙәниәт йорттары һәм китапханаларынан башлап, театрҙар һәм концерт залдарына тиклем һүҙ бара. Беҙҙең үҙешмәкәр коллективтар 157 халыҡ-ара фестиваль һәм конкурста, 143 федераль бәйгелә лауреат булды, – тине Андрей Назаров. – Быйыл беҙҙә Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Ҙур этнограик диктант акцияһында 138 мең кеше ҡатнашты.
Андрей Назаров белдереүенсә, социаль тармаҡта бер нимәгә ҡарамайынса Хөкүмәт үҙ бурыстарын үтәгән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.