Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 32-се ултырышы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм республика Хөкүмәтенең 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Уҙған йыл республика ғына түгел, бар ил һәм донъя өсөн бик ауыр булды. Тик ошондай ҡатмарлы мәлде лә беҙҙең Хөкүмәт лайыҡлы үткәрә алды. Радий Фәрит улы ул эштәр тураһында һөйләне.
– Пандемия осоронда төп көсөргәнеш һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр иңенә төштө. Уларҙың барыһына ла тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтәм, – тип башланы һүҙен төбәк етәксеһе. – Беҙ тиҙ арала һаулыҡ һаҡлау системаһын коронавирус менән көрәшкә көйләй алдыҡ. Рекордлы ваҡыт эсендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре төҙөнөк. Хәҙер был тәжрибәбеҙ башҡа төбәктәрҙә лә файҙаланыла. Былтыр башҡа мөһим медицина объекттары ла төҙөлдө – Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы, Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия корпусы, Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана, 120 ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табиплыҡ амбулаториялары.
Хәҙер Хөкүмәттең төп бурысы – халыҡҡа вакцина яһау. Был эшкә барлыҡ ҡалалар һәм райондар яуаплы ҡарарға, бөтәһе лә уға ҡушылырға тейеш.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республика ауыр йылға ҡарамай башҡа тармаҡтарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһендә, беҙ мәктәптәрҙе һанлы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, дистанцияла уҡыуҙы ойоштороу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә сыҡҡанбыҙ. Ете мәктәп һәм 23 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Ил Президентының башланғыс класс уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итеү бурысы ваҡытында үтәлгән.
– Беҙҙең хеҙмәт баҙары ла ауыр һынауҙар аша үтте. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле алты процентҡа тиклем үҫте. Ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам иттек. 209 мең кеше эшһеҙлек буйынса пособие алды, шул иҫәптән 79 мең балалары булған ғаилә. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 70 мең граждан эшле булды. Әле беҙҙә эшһеҙлек күләме 4,2 процентҡа тиклем төштө. Ил Президенты ҡуйған бурысты үтәргә һәм йыл аҙағына тиклем хеҙмәт баҙарын тергеҙергә тейешбеҙ. Хөкүмәт был бурысты өҫтөнлөклө тип иҫәпләһен, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, беҙ был ауыр осорҙо федераль социаль ярҙам саралары арҡаһында лайыҡлы үтә алдыҡ. Федераль бюджеттан балалары булған ғаиләләр ҙә күп төрлө ярҙам алды.
Пандемия йылында иҡтисад та һынауҙар алдында бирешмәне. Федераль ярҙамға өҫтәп, республика Хөкүмәте бизнеса ярҙам итер өсөн ике тапҡыр ярҙам саралары ҡабул итте, бында ҙур көсөргәнеш республика бюджетына төштө.
– Иҡтисадтағы иң ҙур уңышыбыҙ – инвестициялар. 2019 йылда беҙ бик юғары старт алдыҡ һәм 19 процентҡа күтәрелдек. Һәм ковид йылында бындай уҡ күрһәткестәргә өлгәшә алмаҫбыҙ тип уйланыҡ. Тик беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн “мөмкин түгел” тигән һүҙ юҡ икән. Бизнес, ысынлап та, беҙҙең башланғыстарға ышана һәм республикабыҙҙа үҫешергә теләй. Һәм беҙ былтыр был күрһәткес буйынса йәнә бер процентҡа үҫә алдыҡ, яҡшы тип һаналған 2019 йылды үтеп киттек. Шуға күрә 366 миллиард һумлыҡ инвестицияларҙы йылдың бик сағыу иҡтисади йомғағы тип иҫәпләйем, – тине Радий Фәрит улы.
Былтыр республикабыҙ федераль кимәлдә лә иҫ киткес һөҙөмтәләргә өлгәшә алды. Беренсеһе – донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген булдырыу конкурсында еңеп сыҡтыҡ. Икенсеһе – ил Хөкүмәте “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен булдырыу башланғысын хупланы. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы беҙҙә фән тармаҡтары буйынса икенсе махсус иҡтисади биләмә булдырыу башланғысын да хуплаған.
Төбәк етәксеһе сығышында ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарындағы уңыштар тураһында ла һөйләне. Ауыл хужалығы тармағында тауар етештереү кимәле 3,1 процентҡа, 190 миллиард һумғаса үҫкән. Рекордлы иген йыйылды – 4 миллион тоннанан ашыу. Торлаҡты сафҡа индереү 2,4 миллион квадрат метрға тиклем артты. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдең тәүге ун төбәге исемлегенә инә.
2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡала һәм ауылдарҙа тормош сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса ла эште туҡтатманы. Ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш дауам итә. Бюджетҡа ауыр көсөргәнеш булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан ихаталары", подъездар ремонты, урамдарҙы яҡтыртыу программалары ябылманы. 16 ҡала һәм район үҙәге уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Йәнә 14 муниципалитет унда ҡатнашып, төҙөкләндереүгә федераль аҡса алыу өсөн ғаризалар әҙерләй.
– Ҙур ышаныс менән шуны әйтә алам: беҙҙең ваҡытлы ҡарарҙарыбыҙ, республиканың сәйәси өлгөрөп еткәнлеге арҡаһында, 2020 йылдың ауыр һынауҙарын лайыҡлы үтә алдыҡ. Яңы саҡырыуҙарға яуап биргән саҡта, беҙ элекке, унар йыл йыйылған проблемаларҙы ла хәл итеүҙән туҡтаманыҡ. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙ ҙа алға ҡарайбыҙ, үҙебеҙ өсөн яңынан-яңы мөһим бурыстар ҡуябыҙ. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан илебеҙҙең алдынғы төбәге һәм йәшәү өсөн иң яҡшы төбәге булһын өсөн эшләнә, – тине Радий Хәбиров. – Һәм беҙ быларҙың барыһына ла өлгәшәсәкбеҙ, сөнки бында хеҙмәт яратҡан һәм яуаплы кешеләр йәшәй. Уларҙы ныҡлыҡ, берҙәмлек һәм ярҙам итеүгә әҙер булыу берләштерә. Үткән йыл быны дәлилләне.