Республикала йәмәғәт транспортын тикшереү дауам итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2020 йылдың 20 апреленән 2021 йылдың 11 мартына тиклем 282 тикшереү үткәрелгән, уларҙың 104-е юл комплексы объекттарында һәм 178-е транспорт комплекстарында. Тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙарға ҡарата 144 административ протокол төҙөлгән. Быйыл 12 тикшереү булған һәм 12 протокол төҙөлгән.
Бөгөн Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан сираттағы рейд үткәрелде. Сара барышында пассажирҙарҙың күпселегенең битлек режимын үтәүе асыҡланған, ҡалғандары тикшереүселәр инеү менән генә кейгән. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр COVID-19 менән ауырығандар һаны кәмегән тигән мәғлүмәткә бәйле үҙҙәренә иреклек ҡуйған. Улар менән иҫкәртеү әңгәмәһе уҙғарылды.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы пассажирҙар һаулығына иғтибарһыҙ һәм шәхси һаҡланыу сараһы булмаған пассажирҙарҙы транспортҡа индергән водителдәргә ҡәтғи ҡарашта.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, битлек режимын боҙғандарға, пассажир һәм водителдәргә - бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - биш мең һумдан 15 мең һумға тиклем, ойошмаларға 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем штраф һалына.
Федераль һалым хеҙмәте идаралығы менән берлектә уҙған рейдтарҙа йәмәғәт транспортында иҫәпләшкәндә контроль-касса аппараттарын файҙаланыу ҙа тикшерелә. Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре касса аппараттары ҡулланмағандарға ҡарата административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөй, ә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре йәмәғәт транспортында битлек режимын үтәмәгәндәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттыра.
Бындай тикшереүҙәр республиканың ҡала-райондарында ла уҙғарыла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Бүздәк, Кушнаренко, Баймаҡ, Дүртөйлө, Благовещен, Саҡмағош һәм Илеш райондарында үтте.
Шуны ла әйтергә кәрәк, һалым органдары кассаны файҙаланмаған һәр факт өсөн штраф санкцияларын ҡуллана ала. Ойошмалар өсөн штраф күләме – 30 мең һумдан, ә эшҡыуарҙар өсөн 10 мең һумдан башлана. Икенсе тапҡыр шундай уҡ тәртип боҙоу теркәлһә, вазифалы кешеләргә бер йылға тиклем квалификацияһынан мәхрүм ителеү янай, шәхси эшыҡарҙарға һәм ойошмаларға эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыу ҡаралған.
Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.