Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 32-се ултырышы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм республика Хөкүмәтенең 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Уҙған йыл республика ғына түгел, бар ил һәм донъя өсөн бик ауыр булды. Тик ошондай ҡатмарлы мәлде лә беҙҙең Хөкүмәт лайыҡлы үткәрә алды.
– Пандемия осоронда төп көсөргәнеш һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр һәм ирекмәндәр иңенә төштө. Уларҙың барыһына ла тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтәм, – тип башланы һүҙен төбәк етәксеһе. – Беҙ тиҙ арала һаулыҡ һаҡлау системаһын коронавирус менән көрәшкә көйләй алдыҡ. Рекордлы ваҡыт эсендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре төҙөнөк. Хәҙер был тәжрибәбеҙ башҡа төбәктәрҙә лә файҙаланыла. Былтыр башҡа мөһим медицина объекттары ла төҙөлдө – Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы, Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының хирургия корпусы, Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана, 120 ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табиплыҡ амбулаториялары.
Хәҙер Хөкүмәттең төп бурысы – халыҡҡа вакцина яһау. Был эшкә барлыҡ ҡалалар һәм райондар яуаплы ҡарарға, бөтәһе лә уға ҡушылырға тейеш.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республика ауыр йылға ҡарамай башҡа тармаҡтарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Мәҫәлән, мәғариф өлкәһендә, беҙ мәктәптәрҙе һанлы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, дистанцияла уҡыуҙы ойоштороу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә сыҡҡанбыҙ. Ете мәктәп һәм 23 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Ил Президентының башланғыс класс уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итеү бурысы ваҡытында үтәлгән.
– Беҙҙең хеҙмәт баҙары ла ауыр һынауҙар аша үтте. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле алты процентҡа тиклем үҫте. Ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам иттек. 209 мең кеше эшһеҙлек буйынса пособие алды, шул иҫәптән балалары булған 79 мең ғаилә. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 70 мең граждан эшле булды. Әле беҙҙә эшһеҙлек күләме 4,2 процентҡа тиклем төштө. Ил Президенты ҡуйған бурысты үтәргә һәм йыл аҙағына тиклем хеҙмәт баҙарын тергеҙергә тейешбеҙ. Хөкүмәт был бурысты өҫтөнлөклө тип иҫәпләһен, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, беҙ был ауыр осорҙо федераль социаль ярҙам саралары арҡаһында лайыҡлы үтә алдыҡ. Федераль бюджеттан балалары булған ғаиләләр ҙә күп төрлө ярҙам алды.
Пандемия йылында иҡтисад та һынауҙар алдында бирешмәне. Федераль ярҙамға өҫтәп, республика Хөкүмәте бизнесҡа булышлыҡ итер өсөн ике тапҡыр ярҙам саралары ҡабул итте, бында ҙур көсөргәнеш республика бюджетына төштө.
– Иҡтисадтағы иң ҙур уңышыбыҙ – инвестициялар. 2019 йылда беҙ бик юғары старт алдыҡ һәм 19 процентҡа күтәрелдек. Ковид йылында бындай уҡ күрһәткестәргә өлгәшә алмаҫбыҙ тип уйлаған инек, әммә беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн “мөмкин түгел” тигән һүҙ юҡ икән. Бизнес, ысынлап та, беҙҙең башланғыстарға ышана һәм республикабыҙҙа үҫешергә теләй. Беҙ былтыр был күрһәткес буйынса йәнә бер процентҡа үҫә алдыҡ, яҡшы тип һаналған 2019 йылды үтеп киттек. Шуға күрә 366 миллиард һумлыҡ инвестицияларҙы йылдың бик сағыу иҡтисади йомғағы тип иҫәпләйем, – тине Радий Фәрит улы.
Былтыр республикабыҙ федераль кимәлдә лә иҫ киткес һөҙөмтәләргә өлгәшә алды. Беренсеһе – донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген булдырыу конкурсында еңеп сыҡтыҡ. Икенсеһе – ил Хөкүмәте “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен булдырыу башланғысын хупланы. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы беҙҙә фән тармаҡтары буйынса икенсе махсус иҡтисади биләмә булдырыу башланғысын да хуплаған.
Төбәк етәксеһе сығышында ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарындағы уңыштар тураһында ла һөйләне. Ауыл хужалығы тармағында тауар етештереү кимәле 3,1 процентҡа (190 миллиард һумғаса) үҫкән. Рекордлы иген йыйылды – 4 миллион тоннанан ашыу. Торлаҡты сафҡа индереү 2,4 миллион квадрат метрға тиклем артты. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдең тәүге ун төбәге исемлегенә инә.
2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡала һәм ауылдарҙа тормош сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса ла эште туҡтатманы. Ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш дауам итә. Бюджетҡа ауыр көсөргәнеш булыуға ҡарамаҫтан, “Башҡортостан ихаталары”, подъездар ремонты, урамдарҙы яҡтыртыу программалары ябылманы. 16 ҡала һәм район үҙәге уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты. Йәнә 14 муниципалитет унда ҡатнашып, төҙөкләндереүгә федераль аҡса алыу өсөн ғаризалар әҙерләй.
– Ҙур ышаныс менән шуны әйтә алам: беҙҙең ваҡытлы ҡарарҙарыбыҙ, республиканың сәйәси өлгөрөп еткәнлеге арҡаһында 2020 йылдың ауыр һынауҙарын лайыҡлы үтә алдыҡ. Яңы саҡырыуҙарға яуап биргән саҡта, беҙ элекке, унар йыл йыйылған проблемаларҙы ла хәл итеүҙән туҡтаманыҡ. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙ ҙа алға ҡарайбыҙ, үҙебеҙ өсөн яңынан-яңы мөһим бурыстар ҡуябыҙ. Быларҙың барыһы ла Башҡортостан илебеҙҙең алдынғы төбәге һәм йәшәү өсөн иң яҡшы төбәге булһын өсөн эшләнә, – тине Радий Хәбиров. – Һәм беҙ быларҙың барыһына ла өлгәшәсәкбеҙ, сөнки бында хеҙмәт яратҡан һәм яуаплы кешеләр йәшәй. Уларҙы ныҡлыҡ, берҙәмлек һәм ярҙам итеүгә әҙер булыу берләштерә. Үткән йыл быны дәлилләне.
Радий Хәбировтан һуң, Хөкүмәт эшмәкәрлеге тураһында ентеклерәк отчет менән Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Уның сығышынан һуң, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары уға һорауҙарын бирҙе һәм һәр береһенә яуап алды.
Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– 2020 йыл беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, республика яңы саҡырыуҙарға яуап бирерлек “ҡоралдар” таба алды. Үлсәнгән ҡарарҙар кире йоғонтоларға юл ҡуйманы, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса үҫеште лә дауам итә алдыҡ. Рекордлы ваҡыт эсендә заманса госпиталдәр төҙөлдө, ҡайһы бер дауаханалар яңынан профилләштерелде. Ковид-сирлеләргә ярҙам итер өсөн урындар әҙерләнде, ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды.
Хөкүмәт иҡтисадҡа ярҙам итер өсөн ике пакет ярҙам саралары ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға иҡтисадтағы көрсөккә ҡаршы саралар ҡабул итеү өсөн байтаҡ ҡына закон проекттары килде. Яһалған аҙымдар сәнәғәт етештереүе емерелеүенән һаҡланы, төҙөлөш темптарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итте, “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен булдырҙыҡ. Йәлеп ителгән инвестициялар бөтәбеҙҙе лә ҡыуандырҙы. Ауыл хужалығы тармағында рекордлы һандар күрҙек.
2021 беҙҙән йыйнаҡлыҡ һәм ипле хәрәкәттәр талап итә. Бюджет аҡсаһының сикле булыуы өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ ҡуйыуҙы талап итә. Әле иһә тиҙ арала, пандемияның өсөнсө тулҡынына юл ҡуймаҫ өсөн, халыҡҡа коронавирустан вакцинация эшләтергә кәрәк. Берҙәм эшмәкәрлек менән тотороҡлолоҡто тәьмин итә һәм ныҡлы үҫешкә сыға алырбыҙ тип ышанам.