Уҙған аҙнала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында ҙур доклад менән сығыш яһаны һәм Хөкүмәттең 2020 йылдағы эшмәкәрлеге, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары тураһында һөйләне.
– 2020 йыл “310-сы указ”ды тормошҡа ашырыу сиктәрендә “үҫештең биш йыллығы”ның беренсе йылы ине. Пандемия арҡаһында ул беҙҙең өсөн үтә етди һынау йылына әйләнде, бар көстәр оператив проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелде. Әммә, ошоларға ҡарамайынса, билдәләнгән стратегик бурыстарҙы үтәй алдыҡ, – тине Андрей Назаров.
“Бер нимәгә ҡарамайынса, бурысты үтәнек”
Премьер-министр һәр тармаҡҡа айырым туҡталып, унда нимәләр эшләнгәне һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡуйылыуы тураһында һөйләне. Финанс, бюджет тармағына туҡтап, Андрей Назаров, бында иң мөһиме сығым йөкләмәләренең дөрөҫ үтәлешен тәьмин итеү һәм бюджеттың тотороҡлолоғон һаҡлау булды, тине.
Андрей Геннадьевич һаулыҡ һаҡлау тармағына айырым туҡталды.
– Социаль өлкәлә беҙ иң ҙур иғтибарҙы һаулыҡ һаҡлауға бүлдек. Был коронавирус инфекцияһы менән көрәшкә бәйле ине. Беҙгә һаулыҡ һаҡлау системаһын үҙгәртеп ҡорорға тура килде. Тиҙ арала ковид-сирлеләр өсөн урындар әҙерләнек, кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике йоғошло сирҙәр дауаханаһы төҙөнөк. Беҙҙең был тәжрибәне 15 төбәк файҙаланды. Оператив рәүештә ковид менән көрәшер өсөн кадрҙар әҙерләнек – 900 табип һәм 1,5 мең урта персонал, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта ковидтан башҡа йүнәлештәр ҙә онотолманы. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары тормошҡа ашырылыуын дауам итте, улар сиктәрендә ауылдарға яңы 215 табип һәм 61 фельдшер килгән. 117 яңы ФАП һәм бер нисә дауахана асылған. Медицина ойошмалары автопаркы 89 яңы автомобиль менән тулыланған.
Демография мәсьәләһенә туҡталып, Андрей Назаров “310-сы указ” маҡсаттарынан әлегә йыраҡ булыуҙы билдәләне. Шулай ҙа тыуымдың ныҡлап кәмеүен туҡтатыуға өлгәшкәндәр. Һөҙөмтәлә, былтыр 41180 бала тыуған. Хөкүмәт тыуыу күләмен арттырыу өсөн маҡсатлы эште артабан да ныҡлы дауам итәсәк.
2020 йылда халыҡтың күп өлөшө социаль ярҙамға мохтаж ине. Хөкүмәт уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышты. Тәү сиратта көстәр балалы ғаиләләр, инвалидтар, өлкәндәр һәм ауыр тормош шарттарында ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелде.
– Социаль ярҙамды 1,8 миллион граждан алды. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән аҡса күләме 27 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн былтыр 2019 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк аҡса йүнәлтелде. Ташламаларға хоҡуғы булған кешеләрҙе ер менән тәьмин итеү эше лә дауам итте. Күп балалы ғаиләләр һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн 1310 ер участкаһы бирелде, – тине ул.
Былтыр Башҡортостанда бөтә илдәге кеүек үк эшһеҙлек үҫеше күҙәтелде. Мәшғүллек үҙәктәренә 230 мең кеше мөрәжәғәт иткән, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк. Теркәлгән эшһеҙлектең иң юғары кимәле 2020 йылдың 29 сентябренә тура килгән. Ул көндө эшһеҙҙәр һаны 129 мең кешегә еткән. Хөкүмәттең иҡтисадты тергеҙеү буйынса эшмәкәрлеге арҡаһында, 30 сентябрҙән алып 31 декабргә тиклем эшһеҙҙәр һаны 111 мең кешегә тиклем кәмегән. Был кәмеү әле һаман дауам итә.
Эшселәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы биш процентҡа үҫте һәм 38706 һум тәшкил итте. Был күҙаллауҙарҙан бер ни тиклем күберәк булған. Ә эштән ҡыуылыу хәүефе алдында торған кешеләргә ярҙам итеү өсөн былтыр шулай уҡ өҫтәмә саралар тормошҡа ашырылған һәм эш биреүселәргә 123 миллион күләмендә сығымдар ҡапланған. Был –илдәге иң яҡшы күрһәткес.
Пандемияға ҡарамай, спортҡа ла иғтибар ҙур булған. Даими рәүештә спорт менән былтыр 1,8 миллион кеше шөғөлләнгән. Бер йыл эсендә өҫтәмә 300 спорт ҡоролмаһы төҙөлгән. Хәҙер беҙҙә уларҙың һаны 12774-кә еткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә икенсе урынды биләй (Мәскәүҙән һуң).
Республикалағы 136 спорт мәктәбендә 97 мең кеше шөғөлләнә, был 2019 йыл менән сағыштырғанда өс меңгә күберәк. Былтыр Башҡортостанда бер нисә ҙур спорт объекты файҙаланыуға тапшырылды: Әлшәй районындағы бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Нефтекамала “Торос” стадионының беренсе сираты төҙөкләндерелеп бөткән, Өфөлә “Нефтсе” бассейны һәм башҡалар. “Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә 34 белгес 600-әр мең һум аҡса алған.
Хөкүмәт эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөклө тағы бер йүнәлеш – мәғариф системаһы. 2020 йылда 23 балалар баҡсаһы һәм ете мәктәп төҙөлдө. 42 “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге һәм ике полилингваль мәктәп асылды. 115 яңы мәктәп автобусы һатып алынған. “Сәләмәт йылмайыу” проекты сиктәрендә мәктәптәрҙә 61 стоматология кабинеты асылған. Балалар баҡсаһына хәҙер өс йәшкә тиклемге сабыйҙар ҙа йөрөй ала.
– 2020 йылдың 1 сентябренән алып бөтә башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптә бушлай туҡланыу ойошторолдо. Бындай балалар һаны – 224 мең, – тине ул. – Ауылдарҙа эшләгән 150 йәш уҡытыусы 690 меңәр һумлыҡ грант алды. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә 55 уҡытыусыға берәр миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде.
Былтырғы йыл республиканың мәҙәниәт өлкәһенә лә ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Пандемия арҡаһында был тармаҡтағы түләүле хеҙмәттәр һаны ике тапҡырға кәмене. Шул уҡ ваҡытта 2019 йыл менән сағыштырғанда алты тапҡырға мәҙәниәттә һанлы ресурстарға мөрәжәғәттәр артты. Интернет-әүҙемлек буйынса беҙҙең республика илдә өсөнсө урында.
– Былтыр 400 самаһы төрлө мәҙәни объект төҙөлдө, ремонтланды һәм һатып алынды. Бында ауыл мәҙәниәт йорттары һәм китапханаларынан башлап театрҙар һәм концерт залдарына тиклем һүҙ бара. Беҙҙең үҙешмәкәр коллективтар 157 халыҡ-ара фестиваль һәм конкурста, 143 федераль бәйгелә лауреат булды, – тине Андрей Назаров. – Быйыл беҙҙә Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Ҙур этнографик диктант акцияһында 138 мең кеше ҡатнашты.
Андрей Назаров белдереүенсә, социаль тармаҡта Хөкүмәт бер нимәгә ҡарамайынса үҙ бурыстарын үтәгән.
Торлаҡ, төҙөкләндереү, экология, туризм...
Торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылып, Андрей Геннадьевич шуны белдерҙе: былтыр Башҡортостанда 2 миллион 400 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 2019 йыл менән сағыштырғанда – 3,5 процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә һигеҙенсе урынды биләй. Торлаҡ менән тәьмин итеү кимәле 2019 йылға ҡарата 2,2 процентҡа үҫкән һәм бер кешегә 27,2 квадрат метр тәшкил иткән.
Былтыр Башҡортостан “Ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса кредит биреү күләме йәһәтенән илдә беренсе урынды биләгән. “Ғаилә ипотекаһы” һәм күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн субсидия түләү программаларын тормошҡа ашырыу буйынса ла Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендәбеҙ. Мохтаждар өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы ҡаралған. Былтыр бындай булышлыҡ 12 мең кешегә күрһәтелгән.
Республикала төҙөлгән торлаҡтың 61 проценты – шәхси йорттар. Хөкүмәт үҙаллы өй һалған кешеләргә ярҙам итергә әҙер, уларҙы коммуналь инфраструктура менән тәьмин итә, социаль объекттар төҙөй.
Ҡала төҙөлөшөнә лә ҡараш үҙгәрә башланы. Быға тиклем йорттар социаль ихтыяжды иҫәпкә алмайынса һалына ине. Һөҙөмтәлә меңәрләгән кеше йәшәгән биҫтәләрҙә балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар юҡ. Шуға күрә бынан ары төҙөүселәр үҙ өҫтәренә социаль йөкләмә лә аласаҡ.
– Алданған өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙеү өҫтөндә лә әүҙем эшләйбеҙ. Әле беҙҙә ете мең самаһы алданған өлөшсө һәм 128 проблемалы объект бар. Уларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса Хөкүмәт ике йүнәлештә эшләй: “Өлөшләтә төҙөлөш ҡатнашсылары – граждандар хоҡуғын һаҡлау фонды” һәм республика көсө менән, – тине Андрей Назаров. – Дөйөм алғанда, алданған өлөшсөләр проблемаһын 2023 йыл аҙағына тиклем хәл итергә планлаштырабыҙ.
Былтыр фонд советы ҡарары менән 871 өлөшсөгә 1 миллиард 176 миллион һумлыҡ компенсация түләнгән. Шулай уҡ 1054 граждандың хоҡуғы тергеҙелгән: улар дөйөм майҙаны 34 мең квадрат метрлыҡ 833 фатир алған.
Хөкүмәтебеҙ Башҡортостанды илдең йәшәү өсөн иң уңайлы төбәге итергә тигән бурыс ҡуйған. Былтыр 103 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, йәнә 91-е – планда. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 380 ихата төҙөкләндерелде. 134 мең кеше йәшәгән 799 күп фатирлы йорт ремонтланды, 2180 подъезд яңы төҫ алды.
Экология тармағы ла иғтибар үҙәгенән төшмәй. 2019 йылдан алып ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә комплекслы система булдырыла башланы. Былтыр 280 гектар майҙанда 473 сүплек юҡҡа сығарылған, дүрт районда сүп-сарҙы сорттарға бүлә торған биш комплекс төҙөлгән. 2348 контейнер майҙансығы булдырылып, 9320 контейнер ҡуйылған.
Былтыр республикала туризмға бик ҙур иғтибар бүленде. Тармаҡты үҫтереү өсөн күп эш башҡарылды.
– Дөйөм алғанда, республика лайыҡлы урын биләй: милли туристик рейтингта беҙ туғыҙынсы, төбәктәр рейтингында – һигеҙенсе, иң яҡшы ҡышҡы курорттар эшләүе йәһәтенән туғыҙынсы урындабыҙ. Бынан тыш, былтыр “Урал аръяғы-2020” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткәргән өсөн Милли премияның туризм өлкәһендәге Гран-приһын алдыҡ, – тине Андрей Назаров. – “Янғантау” геопаркы 2019 йылда ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерелде, былтыр уға “Торатау” геопаркын индереү буйынса ла эш башланыҡ.
Юл буйы сервисы мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленде. 2024 йылға тиклем уларҙың һаны ике мең берәмеккә етергә тейеш. Булғандары ремонтланасаҡ һәм яңылары төҙөләсәк.
2020 йылда тышҡы иҡтисади бәйләнештәр яҡшы үҫеште. Экспорт эшмәкәрлеген 953 компания тәьмин иткән. 122 ил менән тышҡы иҡтисади бәйләнеш булдырғанбыҙ.
“Һәр йәһәттән беҙгә федераль үҙәк ҙур ярҙам күрһәтте. Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған ашығыс өҫтәмә финанслау төбәктәр өсөн баһалап бөткөһөҙ булды. Ярҙам бик кәрәкле һәм ваҡытлы килде”, – тип яҙҙы ултырыштан һуң социаль селтәрҙәрҙә Андрей Назаров.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы сығышында Андрей Назаров күберәк иғтибарҙы иҡтисад тармағына бүлде.
– Барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе тормошҡа ашырыу өсөн иҡтисадтың реаль секторы үҫешен тәьмин итеү кәрәк ине. Һәм 2020 йылдың барлыҡ ауырлыҡтарына, сикләүҙәренә, дөйөм донъя иҡтисады рецессияһына, нефткә хаҡтарҙың һәм уны сығарыуҙың кәмеүенә ҡарамай, беҙ “310-сы указ”дың төп параметрҙарын тормошҡа ашыра алдыҡ, – тине Премьер-министр. – Ваҡытында оператив ҡарарҙар ҡабул итер өсөн иҡтисадҡа булышлыҡ ҡылыу һәм уның тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штаб һәм Хәл-шарттар үҙәге булдырҙыҡ. Иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн ике өлөштә саралар ҡабул иттек. Был булышлыҡ төрҙәре 59 мең хужалыҡ субъекты һәм социаль әһәмиәттәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ҡағылды.
Былтыр сәнәғәт тармағы нисек үҫеште? Башҡортостанда яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары сәнәғәт етештереүе индексының 40-тан ашыу процентын тәшкил итә. Шуға күрә нефть табыу һәм эшкәртеү өлкәһендә күрһәткестәрҙең түбән тәгәрәүе быға ҙур йоғонто яһаны.
– Тик, нисек кенә булмаһын, беҙ иҡтисадтың бөлөүенә юл ҡуйманыҡ. Сәнәғәт тармағы ла тотороҡло динамика күрһәтте, күп күрһәткестәр буйынса билдәләр уртаса ил кимәленекенән юғарыраҡ ине. Уртаса Рәсәй күрһәткесе – 97,4 процент, ә беҙҙә сәнәғәт етештереүе индексы 2019 йылға ҡарата 98 процент тәшкил итте. Индекс күләме буйынса беҙ нефть тапҡан төбәктәр араһында лидер булып танылдыҡ, – тине Андрей Назаров. – Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 сәнәғәт төрөнөң 16-һы етештереү күләмен арттырыуға өлгәште.
Быйыл агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә бик күп көс йүнәлтелде. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы тауарҙары етештереү индексы 103,1 процент тәшкил итте.
Бөгөн республикала меңдән ашыу аҙыҡ-түлек производствоһы бар, улар 97 миллиард һумлыҡ тауар етештерә. Башҡортостан һөт һәм һөт ризыҡтары, шәкәр, һыйыр ите буйынса үҙ мохтажлығын ҡаплай.
Былтыр дөйөм инвестиция күләме 104 миллиард һумлыҡ булған 51 инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Бөтә төр хужалыҡтар буйынса ауыл хужалығы тауарын етештереүҙең дөйөм хаҡы күләме 189,6 миллиард һумға етте. Был күрһәткескә бәйле илдә алтынсы урынды биләйбеҙ.
Ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн 724 миллион һум аҡса йүнәлтелде. 52 яңы кооператив булдырылған, 170 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.
Илдәге иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә индергән тағы бер матур күрһәткес – былтыр беҙҙең аграрийҙар 10 миллиард һумдан ашыу аҡсаға 3607 берәмек техника һатып алған. Был – илдә алтынсы урын һәм беҙҙең өсөн тарихи бейеклек.
– Иҡтисадтың мөһим тармағы – транспорт. Бында ла күҙгә күренерлек үҫеш бар. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, автомобиль транспорты буйынса йөк әйләнеше 2019 йыл менән сағыштырғанда 16,2 процент үҫешкән. Автобус паркын алмаштырҙыҡ, заманса һәм уңайлы 245 берәмек транспорт һатып алдыҡ, – тине Андрей Назаров.
Граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә эш дауам итә. Былтыр 261 мең берәмек берҙәм социаль билет һатылған, улар буйынса пассажирҙар 14 миллиондан ашыу тапҡыр йөрөгән.
Дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн 2020 йылда 26 миллиард һум аҡса бүленгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 14 процентҡа күберәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 34,5 километр юл һәм өс күпер төҙөлгән, 1646 километр юл һәм 18 күпер ремонтланған. Дөйөм майҙаны 300 мең квадрат метрлыҡ квартал араһы юлдары ремонтланған.
Оҙаҡ йылдар туҡтап торғандан һуң, көнсығыштан сығыу юлы яңынан төҙөлә башланы. Башҡа ҙур юл һәм күпер төҙөү проекттары тормошҡа ашырыла.
Былтыр төп капиталға инвестиция күләме 365,9 миллиард һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә 13-сө урында. Үҫеш республикала тормошҡа ашырылған ҙур инвестиция проекттарына бәйле.
2020 йылда Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында 38 “Инвестиция сәғәте” ултырышы үткәрелгән. Уларҙа дөйөм инвестиция күләме 300 миллиард һумлыҡ 143 инвестиция проекты ҡаралған, һөҙөмтәлә 28 мең самаһы яңы эш урыны булдырылған.
Былтырғы ҙур уңыш – “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен булдырыу. Биш ТОСЭР эшләй, уларҙа 74 резидент бар. Бында планлаштырылған инвестиция күләме 42 миллиард һум тәшкил итә һәм 6,5 мең эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
2020 йылда Башҡортостан АСИ Милли инвестиция рейтингында тәүге унау иҫәбенә ингән һәм, туғыҙынсы урын биләп, бер юлы позицияһын ете баҫҡысҡа яҡшыртҡан. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостан тағы ла юғарыраҡ урындар биләргә иҫәп тота, сөнки пандемия шарттарында ла инвестиция күләме артҡан.
Эшҡыуарлыҡ тармағына ла иғтибар бүленде.
– 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 122 мең берәмек тәшкил итте. Был 2019 йыл күрһәткесенән 3,5 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта ил һәм Волга буйы федераль округында кәмеү теркәлде. Өр-яңынан 22,3 мең субъект булдырылды. Дөйөм алғанда, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һаны эшҡыуарҙар менән бергә 403 мең кеше тәшкил итте, – тине Андрей Назаров. – Нисек кенә булмаһын, был күрһәткестәр менән риза була алмайбыҙ, сөнки кеше башына иҫәпләһәң, аҙ килеп сыға. Быйыл Хөкүмәт был тармаҡты айырым иғтибар үҙәгендә тотасаҡ.
Андрей Назаров былтыр Башҡортостанда булдырылған Республика менән идара итеү үҙәге тураһында ла һөйләне. Ул граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен, системалы проблемаларҙы хәл итеү өсөн дә бик кәрәк. Уның барлыҡҡа килеүе һәр кемгә туранан-тура республика етәкселегенә тиклем мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бирәсәк.
– Тағы бер мәсьәлә – Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерләнә башланыҡ. Тимәк, был беҙгә алдан һанап киткән мөһим объекттарға тағы тиҫтәләгәнде өҫтәү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, Евразия китапханаһы, Заман сәнғәте музейы, ябыҡ еңел атлетика майҙаны, Мотоспорт үҙәге һәм башҡалар. Өфө агломерацияһын үҫтереү концепцияһын формалаштырған эш төркөмө булдырабыҙ, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр алдағы йылдарға бурыстар ҙа ҡуйҙы:
– Беҙ тормошҡа ашырылған бар проекттарҙы һәм уларҙың һөҙөмтәләрен контролдә тоторға тейешбеҙ. Барлыҡ башланғыстарҙы мөмкин булғанса сифатлы итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Үҙебеҙҙең барлыҡ идара итеү һәм һөнәри компетенцияларҙы үҫтерергә тейешбеҙ. Сығышым һуңында Башҡортостан халҡына сабыр булыуы, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер тороуы, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә белеүе өсөн рәхмәт белдерәм.