Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2021, 15:30

Әле 27 кеше теләк белдергән

"Берҙәм Рәсәй" праймеризда ҡатнашырға теләгәндәрҙән ғариза ҡабул итә.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Дәүләт Думаһына кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләгәндәрҙән документтар ҡабул итә. 30 мартта төбәк ойоштороу комитеты ултырышында ун ғариза ҡаралған. Уларҙың алтауһы ҡатнашыусы итеп теркәлгән, ә дүрт кешене теркәүҙән баш тартҡандар.
“Алдан тауыш биреүҙә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: электромонтерҙан алып Дәүләт Думаһы депутатына тиклем. Табиптар ҙа, педагогтар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа, эшһеҙҙәр ҙә бар. Баш тартыу формаль сәбәптәргә бәйле, кешеләр тулы булмаған документтар пакетын тапшырған саҡта була. Һәр бер ғаризаны биш көн дауамында ҡарайбыҙ. Баш тартҡан осраҡта, кеше документтарҙы кире тулыландырып, тағы ла бирә ала”, – тип белдерҙе ойоштороу комитеты рәйесе Константин Толкачев.
Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһына кандидаттарҙы һайлап алыу буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 27 ғариза тапшырылған. Уларҙың 17-һе теркәлгән. Араларында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, Гөлнур Ҡолһарина, Оксана Савченко бар. Төбәкте, һайлауҙың кимәлен күрһәтеп, был исемлек менән сайтта (на сайте предварительного голосования) танышырға мөмкин.
Алдан тауыш биреүҙә 21 йәше тулған, хөкөм ителмәгән, башҡа партия ағзаһы булмаған, сит илдә иҫәбе юҡ Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Кандидаттарҙы теркәү 29 апрелгә тиклем бара, ә алдан тауыш биреү 24-нән 30 майға ҡәҙәр. Дәүләт Думаһына һайлау 19 сентябрҙә уҙасаҡ.
Теркәү өсөн ғаризаны онлайн тәртиптә махсус сайтта һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитетында – Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йортта бирергә мөмкин.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас