Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2021, 16:30

Тағы ла штраф сәпәнеләрме?

“Өфөнән сыҡҡан һайын камераға эләгәбеҙ, уның ҡайҙа торғанын да белмәйбеҙ...”

Таныштар баш ҡалаға барған һайын штраф килгәненә зарланып: “Өфөнән сыҡҡан һайын камераға эләгәбеҙ, уның ҡайҙа торғанын да белмәйбеҙ”, – ти. Ысынлап та, беҙ уяу булмаһаҡ та, заман техникаһы был йәһәттән һиҙгерлекте юғалтмай. Юлдарҙағы аварияларҙы һәм фажиғәләрҙе кәметеү, ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндәрҙе асыҡлау маҡсатында республика юлдарында видеокамералар ҡуйылыуы барыбыҙға ла мәғлүм.
“Башҡортостан Республикаһының юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары” төбәк проектына ярашлы, былтыр республикала 471 фотовидеотеркәү комплексы сафҡа индерелде. Шулай итеп, әле төбәктә ошондай 1015 комплекс юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәп тора, уларҙың 946-һы стационар комплекс, күсмәләр – 63, мобилдәре – алты. Шул иҫәптән Башҡортостандағы федераль трассаларҙа автоматлаштырылған 59 фотовидеотеркәү комплексы эшләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл федераль әһәмиәттәге дөйөм файҙаланышта булған автомобиль юлдарында тағы ла 100 комплекс урынлаштырыу ҡаралған, тимәк, улар 159-ға етәсәк. Йәғни Р-240 Өфө–Ырымбур юлында – 41, М5 “Урал” трассаһында – 32, М7 “Волга”ла – 20, Өфө ҡалаһын көнбайыштан урап үткән юлда ете берәмек фотовидеотеркәү комплексы ҡуйыласаҡ. Әле уларҙы ҡуйыу урындары тикшерелгән, төҙөлөш-монтаж эштәренә әҙерлек һәм иҫәпләү бара.
– Камераларҙы кешенең кеҫәһенә инеү өсөн урынлаштырмайбыҙ. Ә улар өйҙәренә – балалары, туғандары, яҡындары янына ҡайтып етһен өсөн ҡуябыҙ. Шуның өсөн дә фотовидеотеркәү камералары торған урындар тураһында мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автомат фотовидеотеркәү комплекстары урынлашҡан урындар тураһында мәғлүмәт менән Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең сайттарында танышырға мөмкин. Уларҙа камералар торған урындар тураһындағы мәғлүмәт булған интерактив таҡтаға күсеү баннерҙары ҡуйылған. Интерактив картала мәғлүмәт ғәмәлдәге ваҡытта яңыра. Уның менән http://svkrb.ru/kam/index.html буйынса танышырға мөмкин.
Автор фотоһы.
Читайте нас