Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Апрель 2021, 08:45

“БСК” республикаға ҡайтты!

“Илебеҙ Президентына рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”.

31 мартта барлыҡ республика халҡы өсөн һөйөнөслө мәғлүмәт билдәле булды – Рәсәй Президенты Владимир Путин “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3 процентын Башҡортостан Республикаһына ҡайтарыу һәм 11,7 процентын + бер акцияны ышаныслы идаралыҡҡа тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, республика предприятие менән идара итеү һәм уны үҫтереү хоҡуғын алды.


“Компанияның оҙаҡ һәм нәтижәле эшен тәьмин итеү һәм көнәркәшлеккә һәләтле тауар сығарыу мөһим, – тине Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән уҙған кәңәшмәлә. – Кешеләрҙең хеҙмәт хаҡын, эш урындарын һаҡлау зарур. Предприятие менән дөрөҫ идара итеү – етди мәсьәләләрҙең береһе. Быға ҡағылышлы ҡарар ҡабул ителгән. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенән “БСК” акцияларының 38,3 процентын Башҡортостан Республикаһына тапшырыуҙы һорайым. Бынан тыш, тағы ла 11,7 процент + бер акцияны республика Хөкүмәте контроле аҫтында булған структураларға ышаныслы идара итеүгә биреүҙе һорайым. Республика был компания менән тулы хоҡуҡта идара итә аласаҡ”.


Президент РФ Хөкүмәте менән РБ Хөкүмәте араһында махсус килешеү төҙөргә ҡушты, унда “Башҡортостан сода компанияһы” эшенең аныҡ пландары һәм төп күрһәткестәре билдәләнәсәк, етештереү һәм инвестиция күләме, шулай уҡ дәүләт милкен файҙаланыуға контроль механизмы ҡаралған.


“Башҡортостан сода компанияһы” Башҡортостан Республикаһы идара иткән иң эре предприятие буласаҡ. Бөгөн – Башҡортостан халҡы өсөн бик мөһим көн. Асылда, БСК-ға бәйле хәлде буталсыҡ хосусилаштырыу, тарихи ғәҙелһеҙлек һөҙөмтәһе тип әйтергә мөмкин. Ул тулыһынса яйға һалынды. Мәсьәләне Владимир Путин хәл итте. Илебеҙ Президентына рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.


Радий Фәрит улының һүҙҙәренсә, “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте пакеттары йөҙ процентҡа тиклем тиерлек дәүләткә ҡарай.


“Башҡортостан БСК акцияларының контроль пакетын аласаҡ. Һәм ул республика идара итәсәк иң ҙур предприятие буласаҡ. Йәғни завод эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре офшорға һәм илдән ситтә элиталы күсемһеҙ милек алыуға китмәйәсәк, ә беҙҙең республика кешеләренең, ябай халыҡтың файҙаһына, уларҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтеләсәк. Беҙгә предприятиеның һуңғы һутын һурмайынса эште ойоштороу, уның яңырыуын тәьмин итеү, тиҫтә йылдар йыйылған экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Ә шәхсән минең өсөн был – айырыуса яуаплылыҡ, Президенттың һәм беҙҙең халыҡтың ышанысы. Уны аҡларға тырышасаҡмын”, – тине. Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Башҡортостан сода ком­панияһы”ның контроль акциялары пакетын төбәккә биреү тураһындағы ҡарарының мөһимлеге хаҡында белдереп.


Республика Башлығы предприятиела киләсәге булған элекке етештереүҙе алға ебәреүгә һәм яңыларын асыуға инвестициялар һалыу, мәҫәлән, кер порошогын сығарыу хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты.


– Халыҡты ныҡ борсоған тағы ла бер ҙур мәсьәлә – ул экология. Тиҫтә йылдар дауамында йыйылған бик күп экологик мәсьәләләр бар, һәм улар буйынса бер ҡасан да әһәмиәтле ҡарарҙар булмаған. Һис шикһеҙ, предприятие эшселәренең социаль хәл-торошо ла, яҡшы эш хаҡы ла мөһим. Стәрлетамаҡҡа һәм яҡын райондарға ярҙам итергә кәрәк, уларҙың халҡы ҡайһы бер йәһәттән экологик хәлгә бәйле ыҙаланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, предприятиела шөғөлләнеү өсөн эштәр бар.


Айырып әйтәм, беҙ илдә сода һәм башҡа тауар етештереү буйынса алдынғы урынды һаҡларға тейешбеҙ. Шуға ла төп бурыстарҙың береһе – компания өсөн сеймалдың яңы сығанаҡтарын эҙләү. Беҙ ҡул ҡаушырып ултырманыҡ, ә заводтың менеджменты менән бергә эшләнек. Уларҙың һүҙҙәренсә, иҫке Шахтау ятҡылығындағы һаҡламдар бер нисә йылға ғына етәсәк. Бер юлы беҙ сеймал итерлек алты ятҡылыҡты ҡарайбыҙ. Сифаты буйынса ла, иҡтисад буйынса ла иң ҡулайлыны ҡарайбыҙ. Яңыраҡ беҙҙең талап буйынса компанияның менеджменты Мәскәүҙәге вәкиллекте япты, уның өсөн йыл һайын бер миллиард һум тотонолған. Айырып әйтәм, яңы ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү Ҡуштауға ҡарағанда саҡ ҡына ҡиммәтерәк булһа ла, ошондай ҡарарҙар менән сеймалды килтереү буйынса сығымдарҙы ябырға мөмкин. Шуға ла предприятиеның иҡтисады өсөн тынысбыҙ. Унан да бигерәк беҙ компанияны нығытыу өсөн тағы ла һиҙелерлек ынтылыш яһай алабыҙ, – тине республика Башлығы.


Радий ХӘБИРОВ, республика Башлығы:

– Хәҙер икеләтә ышаныс менән был мәсьәлә ябыҡ тип әйтә алабыҙ, Рәсәй Президентының ҡарарына ярашлы, предприятие идаралығына инәбеҙ. Республика халҡының үтенесе буйынса беҙ Ҡуштауға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Шихандар урынлашҡан бөтә биләмәгә геопарк статусын биреүгә номинация досьеһын ЮНЕСКО-ға ебәрҙек. Беренсе ғаризаны ЮНЕСКО-ла ҡарауҙы уңышлы үттек. Һуңғы ҡарарҙы көтәбеҙ.


Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:

– Республиканың төп предприятиеларының береһе булған “Сода”ны дөрөҫ түгел итеп хосусилаштырыу кешеләрҙе бик борсой һәм ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра ине. Шуға күрә беҙ Владимир Владимировичҡа принципиаль позицияһы өсөн бик рәхмәтле. Уның арҡаһында был тарихты төҙәтә алдыҡ һәм уңышлы эшләгән предприятиены дәүләт милкенә ҡайтарҙыҡ.





Читайте нас