Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Апрель 2021, 14:30

Һайлауға күҙәтеүселәр нисек әҙерләнә?

Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүгә, хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы һорауҙар менән (347) 218-17-74 телефоны, nabludatel102@mail.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Башҡортостостандың йәмәғәт штабы Өфөлә дүрт майҙансыҡта быйылғы һайлау өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләү буйынса ике көнлөк уҡыу ойошторҙо. 8 һәм 9 апрелдә баш ҡаланың төрлө райондарында күрстарға тағы ла биш төркөм ҡушыласаҡ.
Һәр береһендә - яҡынса йөҙ кеше. Дәрестәрҙе бер ай элек әҙерлек үткән штаб лекторҙары алып бара. Дүрт көн эсендә яҡынса мең кеше “НОМ” ассоциацияһы программаһын үҙләштерәсәк. Республиканың бөтә муниципалитеттарында ла раҫланған график буйынса ошондай семинарҙар 30 июнгә тиклем барасаҡ. Был - буласаҡ күҙәтеүселәрҙең һайлау ҡануниәтенә беренсе экскурсияһы, йәғни үҙҙәрен яңы ролдә һынап ҡарауы.
“Уҡытыу бурысы – һайлау һәм сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынған республика халҡына ярайһы ҡыҫҡа ваҡытта йылы, яғымлы хеҙмәттәшлек мөхитендә “күҙәтеү сәнғәте”н өйрәтеү, гражданлыҡ бурысын квалификациялы үтәү, һайлауҙа йәмәғәт контроле субъекттары булыуҙы тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Беҙ күҙәтеүселәргә һайлау участкаларындағы ауыр хәлдәрҙә нисек юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтәбеҙ”, – тип билдәләне штаб лекторы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев.
Уҡытыу ике өлөшкә бүленгән: теория һәм практика. Тәүгеһендә эшкә әҙерлекте, һайлау барышын этаплап өйрәнеү ҡаралған, шулай уҡ был процеста ҡатнашҡандарҙың төп бурыстары, сара барышында осрауы ихтимал ҡағиҙә боҙоуҙарҙың төрҙәре, һайлау хоҡуғы нигеҙҙәре күрһәтеләсәк.
Ғәмәли өлөштә күҙәтеүселәр килеп тыуған инциденттарға ҡарата сара алгоритмын өйрәнә. Модель участкаһы булдырыласаҡ, унда төрлө хәлдәрҙе күрһәтеү мөмкин буласаҡ. Икенсе көндә күҙәтеүселәр үҙләштерелгән материал буйынса тест тапшырасаҡ.
“Һайлау – ил яҙмышы хәл ителгән ауыр процесс. Халыҡтың участкаларҙа булған хәлгә ышаныуы мөһим. Һуңғы 20-30 йылда шулай килеп сыҡты: кешеләр үҙ депутаттарына бик үк ышанып бармай, һуңғы ун йылда иһә һайлау һөҙөмтәләренә лә шикләнгәндәр артты. Ышанысты юғалтыуға булышлыҡ иткән бутауҙар булмаһын өсөн сараға Башҡортостан Йәмәғәт палатаһынан, төрлө сәйәси көстәрҙән, бер мандатлыларҙан ирекле күҙәтеүселәр йүнәлтеләсәк. Беҙҙең маҡсат – көҙгә һайлау процесының ышаныслы ҡатнашыусыларын әҙерләү, улар участка һайлау комиссияларының эшен тикшерә аласаҡ. Уҡыуҙа ҡатнашҡандарҙың үҙҙәре өсөн мөмкин тиклем күберәк файҙа алыуын теләйбеҙ”, – тине Шамил Вәлиев.
Презентациялар, тематик роликтар, интерактив таҡта, юмор – лекторҙар уҡыуҙы мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итергә тырышҡан. Белем алырға теләгәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар – педагогтар, инженерҙар, спортсылар, предприятие эшселәре, китапханасылар һәм башҡалар.
19 сентябрҙә уҙасаҡ VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауы барышын күҙәтеү маҡсатында йәмәғәт күҙәтеүселәре корпусын формалаштырыу өсөн Йәмәғәт штабы булдырылған. Республикала һайлауға 7000 йәмәғәт күҙәтеүсеһен әҙерләү һәм уҡытыу планлаштырыла. Маҡсат – мөһим сараның максималь асыҡлығын, ғәҙел үтеүен тәьмин итеү. Штаб мәғлүмәттәре буйынса, әле бөтөн республика буйынса 6600 кандидат бар.
Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүгә, хеҙмәттәшлек итеүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса (347) 218-17-74 телефоны, nabludatel102@mail.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.
Читайте нас