Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Апрель 2021, 14:30

Һайлау алды фекер алышыуҙары башлана

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашыусыларҙы теркәү 29 апрелгә тиклем дауам итә, ә алдан тауыш биреү 24-нән 30 майға тиклем.

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙән алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡандар араһында һайлау алды фекер алышыуҙары башлана. Ул партияның төбәк башҡарма комитеты майҙансығында уҙасаҡ, ә халыҡ сығыштарҙы онлайн-форматта күҙәтә аласаҡ.
Был хаҡта ҡарар “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты ултырышында ҡабул ителгән. Алып барыусылар итеп тележурналистарҙы йәлеп итеү тәҡдиме лә булған.
Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар фекер алышыуҙарҙа булыу өсөн төбәк ойоштороу комитетының V.Aust@bashkortostan.er.ru электрон адресы буйынса ғариза (заявку) бирә ала. Фекер алышыуҙың бер сессияһында бишкә яҡын кеше ҡатнаша ала.
Сара ғаризалар тупланыуҙан сығып үткәреләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашыусыларҙы теркәү 29 апрелгә тиклем дауам итә, ә алдан тауыш биреү 24-нән 30 майға тиклем. Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау 19 сентябрҙә уҙасаҡ.
Теркәлеүгә ғаризаны онлайн тәртиптә махсус сайт аша (на специальном сайте) йәки “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетында Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йортта бирергә мөмкин.
Әле “Беҙәм Рәсәй” партияһынан алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләгән 45 кеше теркәлгән.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас