Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Апрель 2021, 15:00

Эльвира Айытҡолова ғариза бирҙе

"Белорет миңә бала саҡтан таныш. Унда педагогия училищеһын тамамланым. Парламентта айырым тәжрибә тупланым".

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” төбәк йәмәғәт ҡабул итеү етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова ”Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһында ҡатнашыуға документ тапшырған. Эльвира Ринат ҡыҙы VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа үҙен һынап ҡарарға уйлай.
"Белорет һайлау округы буйынса документтар тапшырҙым. Был ерлек миңә бала саҡтан таныш. Сығышым менән Учалы районынанмын. Белоретта педагогия училищеһын тамамланым. Быйыл ҡатнашам, сөнки төбәк парламентында айырым тәжрибә тупланды. Федераль кимәлдә тормошҡа ашырасаҡ проекттар буйынса фекерҙәрем бар. Беҙҙең парламент төбәктән индерелгән һәм Дәүләт Думаһы тарафынан хупланған закондар сығарыу инициативаһы буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Йыл бик ауыр булды, пандемияға бәйле, туҡтауһыҙ режимда эшләргә тура килде. Бер көн дә ҡурсаланыуҙа булманым. Ирекмәндәр менән үҙем дә сыҡтым, мохтаждарға бөтә көстө туплап ярҙам иттем. Барыһын да лайыҡлы атҡарҙыҡ тип иҫәпләйем", – тине Эльвира Айытҡолова.
Алдан тауыш биреү сараһы үҙ көсөңдө һынап ҡарау, партиялаштарыңды яҡшыраҡ белеү мөмкинлеген бирә.
Билдәле булыуынса, республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн сайтта теркәлергә йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беренсе ҡаттағы 10-сы бүлмәлә документтар ҡабул ителә. Комиссия иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә - тәнәфес. Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
6 апрелдән 15 майға тиклем онлайн-дебаттар уҙа. Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталын ҡулланып, электрон формала уҙасаҡ. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты.
Читайте нас