“Берҙәм Рәсәй” вәкиле Рәмзил Низаметдинов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан сыға. Парламентарий Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев исеменә вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуҙы һорап ғариза яҙған.
– Рәмзил Низаметдинов, икенсе ергә йәшәргә күсеү сәбәпле, үҙ инициативаһы менән депутат мандатын тапшыра, – тине Константин Толкачев. – Уға парламентта һәм Яңауыл, Борай райондары ингән һайлау округында һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт беледрәм, һөнәри эшмәкәрлегендә артабан да уңыштар теләйме. Ул үҙен әүҙем һәм эшлекле депутат итеп күрһәтте.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, Рәмзил Низаметдинов 55-се Беүә бер мандатлы һайлау округы буйынса депутат итеп һайланғанға күрә, мандатты алмаштырыу ҡаралмай. Яңауыл һәм Борай райондарында яңы депутат һайлайҙар.
Фото: gsrb.ru/ru/organization/deputats/62965/