Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Апрель 2021, 18:45

Иглин районында – яңы етәксе

“Бөгөнгө көнөмдөң нисек тулҡынландырғыс үтеүен һүҙҙәр менән генә еткереп булмай. Шуны аныҡ беләм..."

Иглин районы хакимиәте башлығы итеп Гүзәл Насирова тәғәйенләнде. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
18 марттан, Николай Самойленко отставкаға киткәндән һуң, Гүзәл Насирова хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара ине. 9 апрелдә урындағы Совет депутаттары уны етәксе итеп раҫланы.
“Бөгөнгө көнөмдөң нисек тулҡынландырғыс үтеүен һүҙҙәр менән генә еткереп булмай. Шуны аныҡ беләм: алда – ҙур күләмдәге эш, пландар. Йөкмәтелгән бурыстарҙың яуаплылығын ныҡлы тоям. Райондың барлыҡ конструктив, ижтимағи көстәрен туплап, халыҡ менән даими диалог алып барып, бөтөн мәсьәләләрҙе хәл итә һәм төрлө саҡырыуҙарға яуап бирә аласаҡбыҙ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гүзәл Насирова.
Ул - республикала районға етәкселек иткән икенсе ҡатын. Тәүгеһе - Ҡыйғы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас