Федераль каналдарҙың береһендә Өфө кешеһе Владимир Санкинға ҡарата енәйәт эше тикшереүенә арналған тапшырыу булғайны. Шул хәлдән һуң Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин ведомствоның үҙәк аппаратына был ваҡиғаларҙы тикшереү буйынса енәйәт эшен яңынан ҡарарға ҡушҡан.
Мәғлүм булыуынса, Өфөлә ике үҫмергә ҡарата зинасылыҡ ҡылырға теләгән Владимир Зайцевты үлтергән Владимир Санкинды присяжныйҙар суды ғәйепле тип тапты һәм уны һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә йәмәғәтселек һәм ҡайһы бер журналистар 34 йәшлек В. Санкинға бирелгән язаны бик ҡаты тип саң ҡығыуҙы дауам итә. Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән аңлатыуҙарынса, үрҙә ҡылынған енәйәт өсөн 15 йыл яза ҡаралған.
Алдан яҙыуыбыҙса, хөкөм ителеүсе бынан бер йыл элек – 30 ғинуарҙа таныш үҫмерҙәрен осрата. Малайҙарҙың береһе уларға таныш булмаған ирҙең боҙоҡ ғәмәлдәр ҡылғанын әйтә. Владимир Санкин был ир менән мөнәсәбәт асыҡларға бара. Ирҙәр араһында килеп сыҡҡан бәхәс һуғышҡа етә, һөҙөмтәлә балаларҙы яҡлаусы Санкин 54 йәшлек ирҙе үлем хәленә еткергәнсе туҡмай, башына штакетник менән һуға, өҫкө кейемһеҙ тышта тота. Шул уҡ ваҡытты уның аҡсаһын да ала: 1000 һумды үҙендә ҡалдыра, ә ҡалған 500 һумды үҫмерҙәргә өләшә. Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре Владимир Санкинды айырып ала. Туҡмалған ир “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән бирә.
В. Санкин үҙенең енәйәт ҡылыуын танымай, тикшереү тамамланғас, эште присяжныйҙар суд ултырышында ҡарауҙы һорай. Әммә улар ҙа Санкин ғәйепле тигән һығымтаға килә.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Владимир Санкинды дөрөҫ хөкөм иткәндәрме?
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы.