Динис Йосопов Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
“8 апрелдә бишенсе саҡырылыш Асҡын районы Советының туғыҙынсы ултырышы үтте. Унда миңә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы йөкмәтергә тигән ҡарар ҡабул ителде. 18 йыл үткәндән һуң тыуған төйәгемә ҡайттым. Уға файҙа килтерә алһам, икеләтә һәйбәт буласаҡ”, – тип яҙған Динис Йосопов “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Динис Рәдис улы Асҡын районы хакимиәте башлығының социаль һәм эске сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары ине. Унан алда Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы бүлегендә баш кәңәшсе булды.
Билдәле булыуынса, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Асҡын районы хакимиәтенең элекке башлығы Ришат Дихин 27 мартта коронавирустан вафат булды.
Фото: Динис Йосоповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.