Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Апрель 2021, 06:30

Рафаэль Мәрҙәншин да ҡатнашырға теләк белдергән

"Алдан тауыш биреү сараһы - һайлауҙарға дөрөҫ, асыҡ һәм ғәҙел ҡараш, тип иҫәпләйем".

Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин “Берҙәм Рәсәй” уҙғарған алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға документ тапшырған. Ул яңынан һайлауҙа көсөн һынамаҡсы.
“Алдан тауыш биреү – “Берҙәм Рәсәй” уҙғарған кампанияның мөһим этабы. Был һайлауҙарға дөрөҫ, асыҡ һәм ғәҙел ҡараш, тип иҫәпләйем. Кемде һайларға тәҡдим итеү тураһында ҡарарҙы партия етәкселеге ҡабул итмәй, ә халыҡ үҙе”, – тип билдәләне Рафаэль Мәрҙәншин.
Депутат, закон сығарыуҙағы эш тәжрибәһенән сығып, аныҡ һайлау округында ниндәй мәсьәләләргә ҙур иғтибар биреү мөһимлеген белә. Әле ул 4-се округ (Благовещен) буйынса документтар тапшырған.
"Халыҡты юлдар төҙөү һәм ремонтлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һорауҙары айырыуса борсой. Алдан тауыш биреү барышындағы осрашыуҙарҙа уҡ граждандарҙың тәҡдимдәрен ишетә аласаҡбыҙ", – тине Рафаэль Мәрҙәншин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн сайтта теркәлергә йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беренсе ҡаттағы 10-сы бүлмәлә документтар ҡабул ителә. Комиссия иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә - тәнәфес. Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
6 апрелдән 15 майға тиклем онлайн-дебаттар уҙа. Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталын ҡулланып, электрон формала уҙасаҡ. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты.
Читайте нас