Быйыл сентябрҙә VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Ошо айҡанлы “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттар һайлау маҡсатында алдан тауыш биреүҙе ойоштора. Әле унда ҡатнашырға теләгәндәрҙән документтар ҡабул ителә.
Рәсәй саңғысыһы һәм биатлонсыһы, ҡышҡы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов та “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреү сараһында ҡатнашырға документтар тапшырған.
“Инде байтаҡ йылдар республика парламенты депутаты булып торам, шуға тыуған Башҡортостанымды ниндәй мәсьәләләр борсоғанын беләм. Был, әлбиттә, тәү сиратта социаль өлкә. Мин һайлаусылар менән йыш осрашам, социаль селтәр аша аралашам. Хәҙер инде, тәжрибә туплағас, көнүҙәк мәсьәләләрҙе федераль кимәлдә хәл итергә ине теләк”, – тине Ирек Зарипов.
Депутатҡа халыҡ ышанһын өсөн мөмкин тиклем асыҡ булырға кәрәк, тип иҫәпләй ул.
”Алдан тауыш биреү кемдең ниндәй эштәр башҡарғанын күрһәтәсәк, сентябрҙә уҙған һайлауҙа ҡатнашыуға кемдең ысынлап лайыҡлығын асыҡласаҡ”, – тип белдерҙе Ирек Зарипов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн сайтта теркәлергә йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беренсе ҡаттағы 10-сы бүлмәлә документтар ҡабул ителә. Комиссия иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә - тәнәфес. Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
6 апрелдән 15 майға тиклем онлайн-дебаттар уҙа. Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталын ҡулланып, электрон формала уҙасаҡ. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты.