“Беҙҙең хәстәрлек” республика колл-үҙәге координаторы Гөлфиә Рамазанова “Берҙәм Рәсәй” ойошторған алдан тауыш биреү сараһында ҡатнашыуға документтарын тапшырҙы. Ул Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутаттар һайлауында ҡатнашырға теләй.
“Пандемия башланған ваҡыттан ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләндем, кешеләргә ярҙам итеү көндәлек эшемә әйләнде. Владимир Путиндың ирекмәндәрҙе лә алдан тауыш биреүҙә көсөн һынарға саҡырыуын үтәүҙе бурысым тип иҫәпләйем. Бер мандатлы 8-се Стәрлетамаҡ округы буйынса ҡатнашам. Унда үҙем тыуып үҫкән һәм атай-әсәйем йәшәгән районым Бишбүләк тә инә”, – тине Гөлфиә Рамазанова.
Ул партия башҡарма комитетының колл-үҙәгендә шылтыратыуҙар ҡабул итә һәм ғариза буйынса ирекмәндәрҙе уҡыта. Шулай уҡ мохтаждарға аҙыҡ-түлек килтереү менән шөғәлләнә. Колл-үҙәк етәксеһе булыуҙың, ирекмәнлек эшмәкәрлеге тәжрибәһенең киләсәктә файҙаһы тейер, яҡташтарына ярҙам итә аласаҡмын, тип иҫәпләй Гөлфиә Рамазанова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн сайтта теркәлергә йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беренсе ҡаттағы 10-сы бүлмәлә документтар ҡабул ителә. Комиссия иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә - тәнәфес. Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
6 апрелдән 15 майға тиклем онлайн-дебаттар уҙа. Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем Дәүләт хеҙмәте порталын ҡулланып, электрон формала уҙасаҡ. 1 июндә һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһы сайты.