Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Апрель 2021, 10:30

"Халыҡ ышаныс белдерһә, көсөмдө һынаясаҡмын"

Алдан тауыш биреүҙә Динар Ғилметдинов та ҡатнаша.

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн документтар тапшырған. Ул үҙ көсөн Дәүләт Думаһы депутаты сифатында һынап ҡарамаҡсы.
“Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу миңә халыҡтың ышаныс кимәлен баһалау мөмкинлеген бирәсәк. Мин республиканы яҡшы беләм – Башҡортостан юлдары буйлап меңәр километр үттем. Әгәр халыҡ миңә ышана һәм тауыш бирә икән, мин Дәүләт Думаһында урын өсөн көрәште дауам итәсәкмен”, – тине ул был турала.
Әлеге ваҡытта алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 59 кеше теркәлгән. Уларҙың 27 проценты 21-ҙән 35 йәшкә тиклемге йәштәр. 44 проценты – 36-нан 50 йәшкә тиклемгеләр. Ике процент кандидаттарға 51-56 йәш һәм ете процент 65-тән өлкәнерәк.
Һәр ваҡыттағыса, һайлауға ир-ат ҙурыраҡ иғтибар бирә. Ҡатын-ҡыҙҙар ни бары 31 процент тәшкил итә. Былтыр, билдәле булыуынса, ирекмәндәр хәрәкәтенә иғтибар артҡайны. Сәйәсмәндәр араһында ла улар артҡан, әлеге ваҡытта 20 процент – ирекмәндәр. Мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм спорт тармағы хеҙмәткәрҙәре – 27 процент.
Башҡортостанда алдан тауыш биреү өсөн документтар ҡабул итеү дауам итә. 6 апрелдән 15 майға тиклем онлайн-дебаттар үтә. Алдан тауыш биреү электрон формала 24 майҙан 30 майға тиклем дауам итәсәк. 1 июндә йомғаҡ яһаласаҡ.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһы сайты.
Читайте нас