Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Саранскиҙа Волга буйы федераль округындағы Рәсәй төбәктәре дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһының LX ултырышында ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм төбәктәрҙәге закондар сығарыу йыйылышы етәкселәре менән берлектә Башҡортостан парламенты спикеры коронавирус таралыуға ҡаршы йүнәлтелгән сараларҙы, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы хоҡуҡи көйләү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы әҙерләгән “Ер аҫты тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы федераль закон проекты һәм Татарстандың һанлы технологияларҙы үҫтереү өлкәһендәге тәжрибәһе ҡаралды. Ассоциация ағзалары Мордва Республикаһындағы медицина ойошмаларының эше менән танышты. Айырым парламенттар араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Фото: gsrb.ru/ru/press-center/news/98381